Бала сағы һуғыш осорона тура килгән, күпте күргән, күпте кисергән 91 йәшлек Аҫҡар ауылы ағинәйе Мәхмүзә Ғәлиуллина үткәндәренә зарланмай, бөгөнгөһө менән дә риза булып, балаларының ярҙамына һәм иғтибарына ҡыуанып үҙ яйына йәшәй. Байназар ауылынан Сәләхетдин Һәм Фәхерниса Үтәбаевтар ғаиләһендә тыуып-үҫеп, Аҫҡарға йәшләй генә килен булып төшкән Мәхмүзә инәй. Кейәүгә сыҡҡандан һуң әрме сафына алынған тормош иптәше Абдулҡадир Ғәлиуллинды өс йыл көтөп ала. Ете балаға ғүмер бирә улар. Ҡыҙҙары Зөлхизә – Өфөлә, Зөһрә – Ғәлиәкбәрҙә, Тәнзилә Белоретта төпләнгән. Зөлфәр, Арыҫлан, Әшрәф, Нәҙир улдары ауылда йәшәй. Мәхмүзә инәй менән Абдулҡадир бабай 60 йыл бергә татыу, бәхетле ғүмер кисергән. Бер нисә йыл элек мәрхүм булған бабайы тураһында матур хәтирәләр һаҡлай инәй. - Тормошта нимәләр генә кисермәнем инде. Төрлө эштәрҙә эшләргә тура килде. Бабайым менән матур йәшәнек. Эшкә әрһеҙ, егәрле булды, миңә ауыр эш тә, ауыр һүҙ ҙә тейҙермәне. Мулла булды. Хәҙер, нишләп унан намаҙ уҡырға өйрәнеп ҡалман