Бөгөн Иҫке Балтас ауылында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған Тимур Нухов, Зөфәр Вәхиев, Денис Пихтовников, Фидан Йосопов һәм Айрат Фазлетдиновтың ғаиләләре менән осрашты. Уларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде. Республика етәксеһе хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә генерал Шайморатов орденын тапшырҙы, яугирҙәрҙең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. - Республика улдарығыҙ тураһында һәр ваҡыт иҫтә тотасаҡ, һеҙҙең менән бергә буласаҡ. Яҡындары һәләк булған бер генә ғаиләне лә иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа тырышасаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров. - Район хакимиәте һеҙҙең менән даими бәйләнештә булырға һәм килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам итергә тейеш. Шулай уҡ Балтас районында һәләк булғандарҙың хәтерен мәңгеләштереү буйынса саралар күрергә кәрәк. Сығанаҡ: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/170656.html
Радий Хәбиров һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре менән осрашты
20 сентября 202320 сен 2023
~1 мин