Ҡариҙел районына барып инеү менән урман ҡосағына сумаһың, йәғни уның биләмәһенең 62,2 процентын “йәшел ҡалҡан” биләп тора. Райондың дәүләт урман фондына ҡараған урмандар майҙаны 235,5 мең гектар тәшкил итә, 31,9 миллион кубометр ағас һаҡламы бар, шуларҙың өстән бер өлөшө һаҡлағыс урмандар категорияһына инә. Район биләмәһе урман ландшафты зонаһына ҡарай, унда киң япраҡлы тоҡомдар, башлыса йүкә, ҡайын һәм уҫаҡ ҡушылмаһы менән шыршы-ҡарағай урмандары өҫтөнлөк итә. Шуға ла быуаттар дауамында урындағы халыҡ ошо урманға бәйле кәсеп менән көн иткән. Әле лә Ҡариҙел районының иҡтисади тотороҡлолоғо ағас эшкәртеү сәнәғәтенән айырылғыһыҙ. Киләсәктә лә урындағы халыҡ төп туйындырыусыһы булған урмандың файҙаһын күреп йәшәһен өсөн, уны һаҡлау, тергеҙеү сараларын күреү мөһим. “Ҡариҙел урман хужалығы” предприятиеһы район урмандарын һаҡлауға тос өлөш индерә. Әйткәндәй, предприятие йылдар дауамында республикала урман хужалыҡтары араһында алдынғылар рәтендә ҡала. Ҡариҙел урман хужалығына тәжрибәле, абруйлы, үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған Рәүеф Ғафаров етәкселек итә. Ул сығышы менән данлы урмансылар төйәге – Яңы Бәрҙәш ауылынан. Шуға ла етәксенең бар ғүмере урманға бәйле, атаһы Ниғәмәтулла Сәмиғулла улы ла хаҡлы ялға сыҡҡансы урмансы булып эшләгән. Рәүеф Ғафаров та бала саҡтан атаһына ағас ултыртыуҙа, үҫентеләрҙе тәрбиәләүҙә ярҙамлаша, йүкә һыҙырыу, тубырсыҡ йыйыу кеүек эшкә өйрәнеп үҫә. Был тәрбиә киләсәктә уға һөнәр һайлауға йүнәлеш бирә: Өфө урман техник техникумына уҡырға инә, шул ваҡытта армияла ла хеҙмәт итә. Йәш белгес хеҙмәт юлын Нуриман районының Әтнәш ауылында (2005 йылдан Ҡариҙел районының составына индерелә) урмансы ярҙамсыһы булып башлай. Унан Урал дәүләт урман-техник университетына уҡырға инә. 1992 – 2000 йылдарҙа Әтнәштә – урмансы, һуңынан ауыл урмансылығында баш урмансы булып эшләй. Рәүеф Ниғәмәтулла улын һалым инспекцияһына эшкә алалар. Унда ул урмандан килгән килемгә, милеккә, транспортҡа һалымдарҙы тикшерә. 2008 йылда ул тыуған яғына ҡайта һәм урман хужалығы тармағында хеҙмәт юлын дауам итә. 2017 йылда уға “Башҡортостандың атҡаҙанған урман хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелә. – Ҡариҙел урман хужалығында 30 кеше эшләй. Улар – үҙ эшенә бирелгән, тәртипле, урманды яратҡан хеҙмәткәрҙәр. Беҙҙең тармаҡта сыҙамлылар һәм үҙ һөнәрен яратҡандар ғына түҙә – ямғырҙа ла, эҫелә лә, сатлама һыуыҡтарҙа ла эшләргә тура килә. Беҙҙең төп эшмәкәрлек – ағас ултыртыу, үҫентеләрҙе үҫтереү, урмандарҙы тәрбиәләү һәм янғындарҙан һаҡлау, – ти етәксе. Хужалыҡтың баш бухгалтеры Артур Әйүпов ошо вазифала 12 йыл эшләй. Ул предприятиеның матди хәле тотороҡло, эш хаҡы һәм һалым, башҡа иғәнәләр буйынса бурысы булмауы тураһында һөйләне. Кадрҙар буйынса белгес Мәрфуға Мәсәлимованың хужалыҡҡа килеүенә бер йыл, ул да: “Эшем оҡшай, коллектив татыу һәм берҙәм”, – ти. Ҡариҙелдәр бер урында тормай, заман талаптарына яраҡлашып, төрлө үҫеш юлдарын эҙләй. Хужалыҡ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Экология” милли проектына ярашлы, “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә техника паркын да яңыртҡан: Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы ярҙамында ике “Беларусь” тракторы, бер “КамАЗ” йөк автомобиле алғандар. – Яңы техника беҙҙең өсөн ҙур ярҙам булды, шулай уҡ элекке транспортты ла файҙаланабыҙ. Эшмәкәрлегебеҙ техникаға бәйле – “тимер аттар” ярҙамында ағас сығарабыҙ, урмандарҙа санитар таҙартыу эше алып барабыҙ, юл буйҙарын ағастан таҙартабыҙ, халыҡҡа утын алып барабыҙ һәм башҡалар. Предприятие хужалыҡ-етештереү менән дә шөғөлләнә: ағас әҙерләйбеҙ, үҙебеҙҙең таҡта ярыу цехында таҡта һәм бурса бысабыҙ, бура бурайбыҙ, утын ярабыҙ, селектән һепертке бәйләйбеҙ, Яңы йылға шыршылар әҙерләйбеҙ, йәғни ҙур сығым талап итмәгән һәм үҙебеҙҙең ҡулдан килгән тауарҙарҙы етештерәбеҙ һәм халыҡҡа һатабыҙ, – ти Рәүеф Ниғәмәтулла улы. Урман хужалығы районда уҙған төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Махсус хәрби операция башланғас, яугирҙәргә ярҙам итә башлағандар: фронтҡа таҡта ебәргәндәр, әле утын ярып әҙерләп ҡуйғандар. Бөгөн предприятие Бөрө – Таҙтүбә автомобиль юлы буйындағы урманда санитар ҡырҡыу эшен алып бара. Был объектта Әлфит Мәсәлимов, Шамил Ғилметдинов, Ринат Бәҙретдинов, Сергей Шубин, Венер Зыязетдинов, Илья Глазков санитар ҡырҡыу менән шөғөлләнә ине. Егеттәр алдында 10 гектар майҙанды ҡороған, сирләгән ағастарҙан таҙартыу маҡсаты тора. Урман хужалығының питомнигы Раздолье ауылында урынлашҡан. Унда 8х45 метр ҙурлығында ике теплицала ябыҡ тамыр системаһы буйынса ағас үҫентеләре үҫтерәләр. Шулай уҡ бында традицион ағас үҫтереү ысулынан да баш тартмағандар. Питомниктың эше өсөн мастер Леонид Семенищев яуаплы. Ул 13 йыл рәттән бурысын намыҫлы башҡара. Уға үҫентеләрҙе тәрбиәләүҙә Валентина Захарова, Елена Бәкерова, Анна Полежаева, Эльвира Салиҡова ярҙам итә. Питомник хеҙмәткәрҙәренең эшенә “бишле” билдәһе ҡуйырға мөмкин: йәш үҫентеләр араһында бер ҡый үләне лә күрмәҫһең, биләмә ихатаһында ла тәртип. – Федераль закон ҡабул ителгәс, 2021 йылдан ябыҡ тамыр системаһы буйынса үҫентеләр ултыртабыҙ. Әле бында 100 мең төптән ашыу ҡарағай һәм шыршы үҫә. Һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡтар питомникта ағас үҫтереүҙе ауырлаштырҙы, шуға ла быйыл ҡойо ҡаҙҙырттыҡ. Үҫентеләр үҙебеҙгә лә, һатырға ла етә. Асыҡ ерҙә үҫкән ағас үҫентеләрен 3-3,50 һумға, ә ябыҡ ерҙә үҫкәндәрен 20-23 һумға һатабыҙ. Питомниктағы хеҙмәт коллективы тотороҡло. Миҙгелле эш булһа ла, ҡышын да улар ҡул ҡаушырып ултырмай – орлоҡ йыя, уны сәсеүгә әҙерләй һәм башҡа йүнәлештәрҙә ярҙам итә, – ти Рәүеф Ғафаров. Ҡариҙел урман хужалығы йыл да “Йәшел Башҡортостан”, “Урманды һаҡлайыҡ”, “Еңеү урманы” кеүек акцияларҙа әүҙем ҡатнаша. Был сараларға райондағы коллективтар, предприятиелар, бюджет учреждениелары йәлеп ителә. Хужалыҡ бар яҡлап та тотороҡло эшләп килһә лә, предприятиены борсоған мәсьәләләр ҙә бар. Тәү сиратта – кадрҙарға ҡытлыҡ. “Беҙгә бөгөн ҡырҡындыны бүлеү өсөн дипломлы мастерҙар, инженерҙар, тракторсылар кәрәк. Йәш белгестәр килһә, ярҙам итергә тырышабыҙ. Әле биш-ете кешене эшкә урынлаштырыу мөмкинлегебеҙ бар. Ағас сығарыу өсөн тракторҙар кәрәк, шулай уҡ улар менән урманда ер һөрөүе лә уңайлы”, – ти Рәүеф Ғафаров. Быйыл республиканың урманлы райондарында янғындар күп булды, ә бына ҡариҙелдәр ҙур утҡа юл ҡуймаған. – Янғын тураһында хәбәр килеү менән урмансылыҡ, “Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге”нең бригадаһы менән берлектә шунда уҡ ваҡиға урынына сыҡтыҡ. Тиҙ генә һүндереп өлгөрһәң, ут таралмай. Ваҡ янғындар булды, әммә уларҙың таралыуына юл ҡуйманыҡ, – ти етәксе. Быйыл урман хужалыҡтарына санитар ҡырҡыуға, тәрбиәләү эштәренә аҡса бүленгән, ә элек уларҙы үҙ иҫәптәренә алып барғандар. Предприятие көҙөн компенсация урмандарын тергеҙеү буйынса эштәр башҡара: “М-12” трассаһы ситендәге 10 гектар самаһы майҙанға, шулай уҡ “Башнефть” предприятиеһының заказы буйынса үҫентеләр ултыртыу буйынса килешеүҙәр төҙөгән. – Беҙҙең маҡсат – тирә-яҡты йәшеллеккә күмеү, урман һаҡламын арттырыу, кешеләрҙә тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү, – ти Рәүеф Ниғәмәтулла улы. Ғөмүмән, “йәшел ҡалҡанды” һаҡлап ҡалыу эшендә республиканың урман хужалыҡтары электән ҙур эш алып барҙы һәм бөгөн дә уларҙың эшмәкәрлеге баһалап бөткөһөҙ. Айрат Нурмөхмәтов фотолары.