Федераль бюджет, СВО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам, мәшғүллек тураһында закон: «Берҙәм Рәсәй» Рәсәй Дәүләт Думаһының көҙгө сессияһына өҫтөнлөктәрҙе билдәләне. Партия парламенттың түбәнге палатаһына тейешле закон проекттарын тәҡдим итте лә инде. Көҙгө сессияла Дәүләт Думаһында «Берҙәм Рәсәй» МХО ҡатнашыусыларына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеүен дауам итәсәк. Тәү сиратта РФ Ҡораллы Көстәре менән контракт төҙөгән доброволецтарҙы дәүләт страховкалауы механизмы тураһындағы закон проектын ҡараясаҡтар. Шулай уҡ махсус операцияла ҡатнашҡандарҙы эшкә алған эш биреүселәрҙе социаль эшҡыуарҙарға тиңләү тураһындағы закон проектын тикшерәсәктәр. Уларҙы эшкә алған компаниялар льготаларға эйә буласаҡ. Дәүләт Думаһында ирекмәнлекте үҫтереү һәм уға булышлыҡ итеү хаҡындағы закон проекты ҡарауҙа. 1 октябргә тиклем Хөкүмәт алдағы өс йылға федераль бюджет проектын Дәүләт Думаһына индерәсәк. Уның өҫтөндә эште «Берҙәм Рәсәй» Министрҙар кабинеты менән берлектә алып бара ла инде - документта партияның х