Гәзитебеҙҙең интернет селтәрендә ойошторолған “Банка эсендә уңыш” конкурсында Туймазы районының Кәкребаш ауылынан 30 йылдан ашыу стажы булған баҡсасы Зөләлә Төхвәтуллина еңеп сыҡты. Мәҙәниәт хеҙмәткәре булып эшләгән ханым барыһына ла өлгөрә, 30 сутый самаһы йорт яны участкаһында баҡса үҫтерә, мал, ҡош-ҡорт тоталар. Йыл да күпләп бройлер ала. - Ауылда тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эше араһында аш-һыу бүлмәһендә ял итәм. Плитә янына арыған килеш килеп баҫһам, икенсе һулышым асылған кеүек тойола, – ти Зөләлә Рәйес ҡыҙы. Уны күп туймазылар урындағы мәҙәниәт йортоноң тынғыһыҙ етәксеһе һәм күп һанлы ижади саралар ойоштороусыһы булараҡ белһә, ауылдаштарына араһында арыу-талыу белмәгән оҫта хужабикә. Күптәр уға тәмле ризыҡтар һәм ҡышҡылыҡҡа әҙерләнгән ҡабымлыҡтар рецебы алырға мөрәжәғәт итә. Һеҙҙең иғтибарға тәжрибәле баҡсасы һәм аш-һыу оҫтаһынан бер нисә рецепт тәҡдим итәбеҙ: ҠЫШҠЫЛЫҠҠА ЛЕЧО Ингредиенттар: 9 кг помидор, 1 кг кишер, 5 кг татлы боросо, 1 кг башлы һуған, 2 стакан үҫемлек майы, 1,5 стакан шәкәр ҡомо, 6 аш ҡалағы тоҙ, 1 стакан аш һеркәһе. Әҙерләү ысулы: Помидорҙы ит турағыс йәки һут һығыу ҡоролмаһы аша үткәрергә. Шәкәр ҡомо, үҫемлек майы, тоҙ өҫтәп, 20 минут ҡайнатырға. Артабан эре ҡырылған кишер, уксус өҫтәп, 20 минут ҡайнатырға. Һуңынан ярым ҡулса менән туралған һуған, һалам менән туралған татлы боросо өҫтәп, 20 минут ҡайнатырға. Стерилләнгән банкаларға ҡоябыҙ, әйләндерәбеҙ. АШҠАБАҠ ИКРАҺЫ (кабачковая) Ингредиенттар: 3 кг ашҡабаҡ; 2 балғалаҡ тоҙ; 100 г көнбағыш майы; 6 аш ҡалағы шәкәр; 250 г томат пастаһы; 250 г майонез; 0,5 балғалаҡ ҡыҙыл борос. Ашҡабаҡты ит турағыс аша үткәргәндән һуң томат пастаһы, майонез, көнбағыш майы, шәкәр, тоҙ ҡушып талғын утта ҡайнатырға ҡуябыҙ. Ҡайнағандан һуң, ҡатнашманы уртаса утта 1,5 сәғәт ҡайнатабыҙ, иҙелгән һарымһаҡ өҫтәйбеҙ, тағы 10 минут ҡайнатабыҙ, 2 балғалаҡ уксус эссенцияһы. Сығанаҡ: https://vk.com/id231725268