Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Башҡортостан Башлығы граждандар йәмғиәте институттары менән осрашты

19 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Йәмәғәт палатаһы, “Рәсәй өсөн” халыҡ фронты” йәмәғәт хәрәкәтенең төбәк башҡарма комитеты һәм Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса Совет активы менән осрашты. Улар ойошмалар эшен һәм уларҙың халыҡ менән үҙ-ара эш итеүенең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерҙе. Төбәк етәксеһе республиканың идара итеү командаһы эшенең төп йүнәлештәрен билдәләне. – Иң төп мәсьәләләрҙең береһе – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү, – тине төбәк етәксеһе. Тағы ла бер мөһим бурыс – иҡтисадтың тотороҡло үҫешен тәьмин итеү һәм социаль программаларҙы тормошҡа ашырыу. Шул уҡ ваҡытта республика Башлығы кешеләрҙең мәҙәни-әхлаҡи үҫешенә йүнәлтелгән социаль көн тәртибен һәм башланғыстарын булдырыу кәрәклегенә иғтибар итте. Осрашыуҙа граждандар йәмғиәте институттары вәкилдәрен ведомство-ара комиссиялар һәм республиканың башҡарма власть органдары эшсе

19 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Йәмәғәт палатаһы, “Рәсәй өсөн” халыҡ фронты” йәмәғәт хәрәкәтенең төбәк башҡарма комитеты һәм Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса Совет активы менән осрашты. Улар ойошмалар эшен һәм уларҙың халыҡ менән үҙ-ара эш итеүенең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерҙе. Төбәк етәксеһе республиканың идара итеү командаһы эшенең төп йүнәлештәрен билдәләне. – Иң төп мәсьәләләрҙең береһе – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү, – тине төбәк етәксеһе. Тағы ла бер мөһим бурыс – иҡтисадтың тотороҡло үҫешен тәьмин итеү һәм социаль программаларҙы тормошҡа ашырыу. Шул уҡ ваҡытта республика Башлығы кешеләрҙең мәҙәни-әхлаҡи үҫешенә йүнәлтелгән социаль көн тәртибен һәм башланғыстарын булдырыу кәрәклегенә иғтибар итте. Осрашыуҙа граждандар йәмғиәте институттары вәкилдәрен ведомство-ара комиссиялар һәм республиканың башҡарма власть органдары эшсе төркөмдәре составына индерергә тәҡдим иттеләр. Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы хакимиәтенә ошо башланғысты әҙерләргә ҡушты. Осрашыу сиктәрендә шулай уҡ “Өфө-2 ҡаласығы” археологик ҡомартҡыһын һаҡлау һәм төбәктең баш ҡалаһында “Әр-Рәхим” мәсетен төҙөү перспективалары ҡаралды. Мәсет төҙөлөп бөтәсәк, тик был эш күп ваҡыт талап итә, тине Башҡортостан Башлығы. “Өфө-2 ҡаласығы”на ҡарата төбәк етәксеһе республиканың Йәмәғәт палатаһына ғалимдар һәм эксперттар ингән ведомство-ара комиссия төҙөргә ҡушты. Тағы ла бер көнүҙәк мәсьәлә – Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау. – Минең өсөн реконструкция тураһында белдереү бик ауыр булды. Бәлки, һәйкәл тағы ла йөҙ йыл ошо рәүешле торор ине, бәлки, юҡ. Шуға күрә беҙ һәйкәл оҙаҡ торһон өсөн эштәр башҡарырға тейешбеҙ, – тине Радий Хәбиров. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандарына медицина ярҙамы темаһын күтәрҙе. Һүҙ яугирҙәрҙе даими диспансеризациялау, шулай уҡ уларға психологик ярҙам күрһәтеү тураһында барҙы. Башҡортостан Башлығы Өфөлә ҡораллы низағ ветерандары өсөн ҙур госпиталь проектын әҙерләүҙәре тураһында һөйләне. Ул төбәктә иң ҙур медицина объекты буласаҡ. Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров граждандар йәмғиәте институттары әүҙемселәренә һөҙөмтәле эшләгәндәре өсөн рәхмәт әйтте һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Фото: glavarb.ru