20 сентябрҙә Балтас районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡорт төньяҡ-көнбайыш ауыл хужалығы колледжында булды. Уҡыу йорто 1963 йылдан алып төбәктең агросәнәғәт комплексы өсөн белгестәр әҙерләй. Быйыл учреждениеға 60 йыл тулған. Ошо ваҡыт эсендә уҡыу йорто 19 мең белгес әҙерләп сығарған. Күп кенә сығарылыш уҡыусылары производство алдынғылары һәм хужалыҡ етәкселәре булып тора. Колледждың шулай уҡ Борай һәм Тәтешле райондарында ике филиалы бар. Радий Хәбиров уҡыу биналарын, оҫтаханаларҙы, спорт залын һәм ашхананы ҡараны, учреждениеның педагогик коллективы менән аралашты. Уҡытыусылар колледждың матди-техник базаһын нығытыу кәрәклеген билдәләне. Башҡортостан Башлығы урта һөнәри белем биреү учреждениеларын яңыртыу республика программаһы сиктәрендә колледжға өҫтәмә финанслау бүлергә ҡушты. Фото: glavarb.ru