Әлеге ваҡытта төҙөлөш эштәрен алып барған ойошма фасад эштәрен тамамлаған һәм эргә-тирә биләмәне төҙөкләндереүгә тотонған да инде. Эшселәр балалар баҡсаһы өсөн уйын майҙансыҡтарына нигеҙ, хәрәкәтсән уйындар өсөн биләмә әҙерләгән. Шулай уҡ туҡталҡа урындары менән балалар баҡсаһына инә торған юлдарҙы ойоштороу буйынса эштәр алып барыла. Яҡын арала ҡойманы монтажлауға тотонасаҡтар. Корпустарҙың үҙҙәрендә мәктәп кабинеттарын буяуға тотонғандар, түшәмдәрҙе монтажлайҙар, ишектәрҙе ҡуялар. Баҫҡыстарҙа яңы плитә һалғандар һәм яндауыр ҡуйғандар. Корпустарҙа 700-ҙән ашыу бала уҡыясаҡ – 1 – 5-се класс уҡыусылары. Шулай уҡ бында оҙайтылған көн төркөмдәре һәм 180 бала өсөн балалар баҡсаһы, физкультура-спорт зонаһы, ял зонаһы, күп функциялы спорт майҙансығы, ашхана, китапхана-мәғлүмәт үҙәге, тамаша залы һәм башҡалар ойошторола. Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов подряд ойошмаһы етәксеһе менән аралашып, килеп тыуған мәсьәләләрҙе һәм уларҙы хәл итеү юлдарын тикшергән. Шулай уҡ хакимиәт башлығы мәктәпкә килгән урында ла туҡталҡа урындары урынлаштырыу мөмкинлеген ҡарарға ҡушты. Эштәр "Мәғариф" милли проекты (национальный проект "Образование") буйынса башҡарылған. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте.