Найти тему
Башҡортостан гәзите

Урамда 101 башҡорт һүҙе әйтергә кәрәк булған...

Өфө ҡалаһында бик үҙенсәлекле акция үткән. Уны Әбйәлил ҡыҙы Динара Ғәлләмова ойошторған. Алдан әҙерләнгән башҡорт һүҙҙәрен рус теленә дөрөҫ тәржемә иткән кешеләргә рауза бүләк иткән. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия унивеситетының башҡорт филологияһы факультетында 5-се курста белем алып йөрөгән ҡыҙ милләттәштәребеҙҙе башҡорт телендә аралашырға өндәгән. “Миңә бүләк ителгән сәскәләр минең генә кәйефемде күтәрмәһен тип, башҡаларға ла кәйеф өләшергә булдым. Тик рауза сәскәһен былай ғына бүләк итергә теләмәнем, шуға ошолай акция үткәрергә булдым. Кешеләр үҙҙәре янға килде, беҙгә ҡатнашырға әйҙәргә лә кәрәк булманы. Төрлө милләт кешеләре ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Кемдер әсәһенә шылтыратып ярҙам һораны. Яуапты белмәгәндәр бүләкһеҙ ҡалды. Ә дөрөҫөн әйткәндәр "рәхмәт" әйтеп, йылмайыу менән һаубуллаштылар”, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Динара. Афарин, Динара!