Иртәгә Өфөләге «Ашан» гипермаркеты янында күсмә һөт фермаһы асыласаҡ. Килеүселәр һыйырҙарҙы ғына түгел, уларҙы һауыу процесын да күрәсәк. Фермер тормошоноң үҙенсәлектәре менән танышырға, шулай уҡ республиканың баш ҡалаһынан сыҡмайынса тәмле, тәбиғи һөт ризыҡтарын тәмләп ҡарарға мөмкин. «ЭконНива» компанияһы ойошторған сарала БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ҡатнашасаҡ. Күсмә ферма Өфөлә дүрт көн дауамында, 21 сентябрҙән 24-нә тиклем эшләйәсәк, туҡталҡала «Эко Нива»ның сатыры ҡуйыласаҡ. Компания Рәсәйҙә һәм Европала юғары сифатлы һөт етештереү буйынса лидер булып тора. Инвестор Башҡортостанда ла һөт фермаһы төҙөнө. 2800 һауын һыйырына иҫәпләнгән заманса комплекс Йәрмәкәй районында эшләй. Өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын сараға саҡыралар. Күсмә фермаға килеүселәр һыйырҙарҙы нисек һауыуҙарын, быҙауҙарҙы имеҙгәндәрен күрәсәк, улар менән фотоға төшә аласаҡ. Сығанаҡ: https://agriculture.bashkortostan.ru/presscenter/news/569981/