- Был ихата минең өсөн айырым әһәмиәткә эйә. Бында Рәсәй Геройы Максим Серафимов үҫкән, ул махсус хәрби операция ваҡытында һәләк булды. Бында уның ата-әсәһе йәшәй. Шуға күрә хәрби хеҙмәткәрҙең ҡаһарманлығы иҫтәлегенә ихатаны тәртипкә килтереү мөһим ине, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. Һуңынан республика етәксеһе Рәсәй Геройы Максим Серафимовтың атаһы Владимир Викторович менән бергә ҙур ағастар ултыртыуҙа ҡатнашты. Яңы «Башҡорт ихатаһы" биләмәһен йәшелләндереү өсөн бөтәһе 80 ҡарағай, миләш, йүкә үҫентеләре әҙерләнгән. Шәфиев урамындағы ихатала төҙөүселәр юлдарға, парковкаларға һәм тротуарҙарға асфальт түшәй, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү системаларын монтажлай, ер аҫты инженер коммуникацияларын үҙгәртеп ҡора, хәүефһеҙ резина япмалы балалар өсөн уйын майҙансығы ҡуя. Муниципалитет ихата киңлеген яңыртыу концепцияһын урындағы халыҡ менән килешеп башҡара. Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте башлығы Сергей Плотников ихатала авария хәлендәге ағастарҙы алып ташлауҙары һәм биләмәне йәшелләндер
Өфөлә Рәсәй Геройы Максим Серафимов йәшәгән ихатаны төҙөкләндерҙеләр
19 сентября 202319 сен 2023
1 мин