Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ололарҙы ҡыуандырҙылар

Мәләүез районы һәм ҡалаһына ҡараған оло йәштәгеләрҙе һәм инвалид граждандарҙы стационар социаль хеҙмәтләндереү бүлегендә йыш ҡына мәҙәни саралар ойошторолған. Яңыраҡ Иштуған, Һарыш, Һыртлан, Восток, Мотай, Аҡназар ауылдары мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бай концерт номерҙары менән сығыш яһаны. “Илһам”, “Туғанаш” , “Умырзая” ансамблдәренең сығышын тәрбиәләнеүселәр ихлас алҡышлап ҡабул итте. Кешегә ҡылған изгелек, уның рәхмәте икеләтә әйләнеп ҡайта, ти өлкәндәр. Тирә-йүндә миһырбанлы, изге күңелле, игелекле кешеләр байтаҡ. Мәләүез районы һәм ҡалаһына ҡараған оло йәштәгеләрҙе һәм инвалид граждандарҙы стационар социаль хеҙмәтләндереү бүлегендә йыш ҡына мәҙәни саралар үткәрелеү ойошторолған. Яңыраҡ Иштуған, Һарыш, Һыртлан, Восток, Мотай, Аҡназар ауылдары мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бай концерт номерҙары менән сығыш яһаны. “Илһам”, “Туғанаш”, “Умырзая” ансамблдәренең сығышын тәрбиәләнеүселәр ихлас алҡышлап ҡабул итте. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелгәндә йыуатып бер һүҙ әйтеү ҙә кеше йөрәгенә өмөт өҫтәй. “Өлкәндәр тәрбиәгә генә түгел, йылы һүҙгә, йылы ҡарашҡа мохтаж. Ҡарттар йортона концерт номерҙары менән тәүгә генә килмәйбеҙ”, – ти “Илһам” ансамбле етәксеһе Зәйлә Әлмөхәмәтова.