“Тәрбиәсе бөтөн яҡлап өлгөлө булырға тейеш, шунһыҙ сабыйҙарға дөрөҫ юл күрһәтеү мөмкин түгел – улар үтә һиҙгер, гүйә, күңелеңдә ниндәй хис-тойғолар йөрөткәнеңде үтәнән-үтә күреп торалар”, – ти Бөрйән районы Яңы Усман ауылы тәрбиәсеһе Рузалия Ҡаһарманова. Ул эшендә лә, өйҙә лә балаларҙы телһөйәр, илһөйәр итеп үҫтереү маҡсатын беренсе урынға ҡуя. Ошо сифаттар – тәрбиәнең ныҡлы нигеҙе: Ватанын яратҡан, рухи ҡиммәттәрен ихтирам иткән кеше фекерле була, һәр урында үҙ һүҙен әйтә ала, “һуҡырҙарса” кемгәлер эйәреп китмәй, тимәк, уға ышанырға, таянырға, киләсәкте ҡурҡмай тапшырырға мөмкин, ти Рузалия Фәйзулла ҡыҙы. Ул үҙе – илһөйәр булыуҙың ысын өлгөһө: атайсалы Бөрйәндән ситкә китмәйенсә, тыуған районының Яңы Усман ауылы егете Ҡадир Сәйғәфәр улына кейәүгә сығып, биш балаға матур тәрбиә биреп үҫтереп, хәҙер ейән-ейәнсәрҙәренә йөрәк йылыһын йәлләмәй өләшеп йәшәй. “Шундай эшһөйәр, талантлы, белемле, һөнәрле ғаиләгә килен булып төштөм. Туғыҙ балаһын лайыҡлы тәрбиәләп үҫтергән, аҙаҡ күмәк ейән-ейәнсәрҙәренә лә ныҡлы терәк-таяныс булған, изге төйәген, тәбиғәтте, кешеләрҙе ихлас яратҡан ҡәйнәм менән ҡайным беҙгә оло үрнәк күрһәтеп ғүмер кисерҙе. Уларҙың һәм атай-әсәйемдең күркәм тәрбиәһе арҡаһында, Аллаға шөкөр, бөгөн ишле ғаиләм менән дә, эшемдә лә бәхетлемен”, – ти Рузалия Ҡаһарманова. Ул хеҙмәтендә даими камиллашыуға, белемен өҙлөкһөҙ үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. Мәҫәлән, быйыл, Уҡытыусы һәм остаз йылында, Өфөлә уҙғарылған “Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһында туған телдә уҡытҡан йыл педагогы” республика конкурсында ҡатнашып, махсус призға лайыҡ булған. Балаларҙың логик фекерләү ҡеүәһен, телмәрен үҫтереү маҡсатында эшмәкәрлегендә бөйөк эпостарыбыҙға таяна ул. Ауылдың, райондың йәмәғәт эштәрендә ҡайнап йәшәүе менән дә – йәш быуынға ысын өлгө. "Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә конкурсанттарыбыҙ өсөн тауыш бирергә саҡырабыҙ. Фотолар Р. Ҡаһарманованың шәхси архивынан алынды.