Найти тему
Башҡортостан гәзите

Геологтар – тәбиғәт белгестәре

Башҡортостанда “ГеоВызов” I Халыҡ-ара геологик чемпионаты дауам итә. Программаның өсөнсө көнөндә ҡаралғанса, бөгөн йәш геологтар Архангел районының Аҫҡын ауылы эргәһендәге сарала ҡатнашты. Ярыш төрлө этаптарҙан торҙо һәм чемпионат аҙағында еңеүселәр ҙә иғлан ителәсәк. Бөгөнгө ярыштарға “Урал менән осрашыу” тигән дөйөм исем бирелде. “Геологик маршрут № 2» тип аталған бәйгелә һәр команданан икешәр кеше ҡатнашһа, “Шлихтарҙы һынап ҡарау” тигән ярышта командаларҙан берәр кеше генә алынды. “Гидрология” тигәне, исеменән үк күренеүенсә, һыу ресурстары буйынса геологик белемде тикшереүгә арналғайны. Төштән һуң студенттар Өфө эргәһендәге “Патриот” паркына килде һәм “Геологик экскурсияалар һуҡмағы” проектына әҙерләнеү менән мәшғүл булды, киске аштан һуң уларҙы усаҡ янындағы поход йырҙары көтә ине. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.