Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Кардиология үҙәгендә эштәр гөрләй

19 сентябрҙә Өфө буйлап эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусы төҙөлөшө майҙансығында булды. Һигеҙ ҡатлы бина 2019 йылдың июлендә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә төҙөлә башлаған. 2023 йылдың сентябренә ҡарата төҙөлөш-монтаж эштәре 90 процентҡа үтәлгән. Яңы корпуста диагностик кабинеттар менән ҡабул итеү бүлмәһе, поликлиника, операция блоктары һәм башҡалар урынлаштырыласаҡ. Бынан тыш, бинала стерилләштереү комплексы һәм административ-хужалыҡ блогы эшләйәсәк. Проект шулай уҡ эргә-тирәләге территорияла санитар авиация өсөн вертолет майҙансығы төҙөүҙе күҙ уңында тота. Республика Башлығы яңы бинаны ҡарап сыҡты һәм эш сифатын тикшерҙе. Ул учреждение ихатаһында пациенттарға ял урыны булдырырға ҡушты. – Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары – илдә үлемдең төп сәбәптәренең береһе. Шуға күрә һаулыҡ һаҡлауҙың был йүнәлешен үҫтереүгә күп көс һалабыҙ, – тине Радий Хәбиров. Фото: glavarb.ru