Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йәһәтенән яңы төбәк саралары барлыҡҡа килде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бойороғо менән ғәмәлдәге саралар исемлеге 37-гә тиклем арттырылды.Тейешле документ республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында әҙерләнгән. Документ менән хоҡуҡи мәғлүмәт буйынса интернет-порталда танышырға мөмкин: https://vk.cc/cqZ639Яңы ярҙам саралары исемлеге:*коммуналь хеҙмәттәр өсөн ваҡытында түләмәгән осраҡта пеняларҙан азат итеү;*грант алған осраҡта эшмәкәрлектең план күрһәткестәрен үтәмәгән өсөн яуаплылыҡтан азат итеү;*«Башҡортостан Республикаһының ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» программаһында ҡатнашыусыларға торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн социаль түләүҙәр биреү;*балаларын йәшәү урынына яҡын урынлашҡан балалар баҡсаһына күсергәндә өҫтөнлөклө хоҡуҡ биреү;*физкультура-спорт ойошмаларына иң тәүҙә уларҙы ҡабул итеү хоҡуғы;*мәҙәниәт һәм күңел асыу өлкәһендәге ойошмаларға ташлама менән йөрөү.МХО-ла
Яугирҙәргә һәм ғаиләләренә ярҙам саралары арттырылды
19 сентября 202319 сен 2023
1 мин