18 – 24 сентябрҙә Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы илдә Сәләмәт олоғайыуҙы популярлаштырыу аҙналығын үткәрә. Ул 21 сентябрҙә билдәләнгән Бөтә донъя Альцгеймер ауырыуына ҡаршы көрәш көнөнә арнала. Рәсәй Федерацияһын стратегик үҫтереүҙең төп милли маҡсаттарының береһе булып халыҡты һаҡлау тора. Төп күрһәткестәрҙең береһе – 2030 йылға тиклем уртаса ғүмер оҙонлоғон 78 йәшкә еткереү. Был маҡсатҡа өлгәшеү өсөн «Демография» милли проектының «Өлкән быуын» федераль проекты тормошҡа ашырыла. Ә өлкән йәштәгеләрҙең һаулығын һәм әүҙемлеген һаҡлауҙың ни тиклем мөһим булыуы хаҡында Республика экстрапирамид патологияһы, когнитив тайпылыштар һәм ботулинотерапия үҙәге табип-неврологы Гүзәл ХИСАМОВА бәйән итте. – Когнитив функцияларҙың түбәнәйеүе заманса медицинаның иң көнүҙәк проблемаларының береһе булып тора, – тип башланы ул һүҙен. – Бөгөн донъяла 50 миллионға яҡын кеше деменциялы тип иҫәпләнә, йыл һайын уларҙың һаны 10 миллионға арта. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы фараздары буйынса, 2050 йылға тиклем уларҙың һаны 130 миллионға тиклем етеүе ихтимал. Был күренештең төп сәбәптәрен ғүмер оҙонлоғо артыуға, Ерҙәге халыҡтың ҡартая барыуына, йәғни оло йәштәгеләрҙең һаны күбәйеүгә, шулай уҡ социаль-иҡтисади iшарттарҙың йоғонтоһона, медицина ярҙамының сифатына, кешеләрҙең йәшәү рәүешен үҙгәртеүгә бәйәйҙәр. Когнитив функциялар хәтер, иғтибар, фекерләү, тирә-йүндә һәм ваҡытта ориентир, һүҙ, иҫәп кеүек ғәмәлдәрҙе үҙ эсенә ала. Теге йәки был функцияның түбәнәйеүе иһә был функция өсөн яуаплы зонала нервы күҙәнәктәренең емерелеүенә бәйле. Белгес һүҙҙәренсә, ғәҙәттә, деменция яйлап үҫешә. Оҙаҡ йылдар дауамында үҙен клиник яҡтан күрһәтмәй, сөнки һәләк булған нервы күҙәнәктәре функцияларын «тере» күҙәнәктәр үҙ өҫтөнә ала һәм организмдағы система артабан эшләүен дауам итә. Ләкин юғалтылған күҙәнәктәр һаны киҫкен сиккә еткәс, сирҙең тәүге билдәләре күренә башлай. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күпселек оло йәштәгеләр когнитив функцияларҙың кәмеүен йәш нормаһы тип баһалай һәм хәл-торошона иғтибар итмәй, ошоноң менән ҡиммәтле ваҡытты юғалта, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Гүзәл Хисамова. – Шуныһы ла мөһим: ҡайһы саҡта когнитив функцияларҙың кәмеүе генә деменцияға килтермәй. Бихисап хәл-торошто алдан иҫкәртеп була. Ә деменция – кешенең ғәҙәти тормошон боҙған һәм уны тирә-йүндәгеләргә бәйле иткән когнитив функцияларҙың кәмеү дәрәжәһе ул. – Гүзәл Радмир ҡыҙы, когнитив функцияларҙың кәмеүен алдан иҫкәртергә мөмкин булған төп сәбәптәрҙе әйтһәгеҙ ине. – Ысынлап та, когнитив функциялар боҙолоуына һәм деменцияға килтергән сәбәптәр бик күп: нервы системаһының нейродегенератив ауырыуҙары (был осраҡта нервы күҙәнәктәре емерелә), Альцгеймер ауырыуы, маңлай-сикә деменцияһы, Левиҙың диффуз тәне ауырыуы һәм башҡалар ошо исемлектә. Былар баш мейеһенең прогрессив ауырыуҙары. Иң мөһиме – уларҙҙы иртә стадияла асыҡлау һәм дауалай башлау мөһим, сөнки был ваҡытты һуҙып, пациенттың әүҙем осорон оҙайтыу мөмикнлеген бирә. Баш мейеһендәге ҡан тамырҙары ауырыуҙары – артериаль гипертензия, дислипидемия, һимереү, тәмәке тартыу, аҙ хәрәкәтле йәшәү рәүеше кеүек сәбәптәр арҡаһында барлыҡҡа килгән хроник ҡан тамырҙары сирҙәре йылдар буйы насар шарттар тәьҫире аҫтында формалаша һәм шулай уҡ деменцияға килтереүе ихтимал. Инсульт кеүек баш мейеһенең киҫкен ҡан тамырҙары боҙолоуҙары, баш һөйәге-мейе йәрәхәттәре, нейроинфекция, алкоголизм, наркомания ла ошо иҫәптә. Шәкәр диабеты, ҡалҡан биҙе сире (гипотиреоз), бауыр ауырыуҙары, В төркөмө витаминдары, фолий кислотаһы дефициты кеүек соматик ауырыуҙар кисергәндә когнитив боҙолоуҙарҙы коррекциялау һәм кире ҡайтарыу мөмкинлеге бар. Шулай уҡ үҙәк нервы системаһының токсикологик зарарланыуҙары, ағыуланыуҙар ҙа сәләмәтлеккә ҙур зыян килтерә. Когнитив функцияларҙың кәмеү сәбәбен билдәләү өсөн ентекле тикшереү үтергә, дөрөҫ диагноз ҡуйырға һәм ваҡытында дауалай башларға кәрәк. – Ә когнитив функцияларға нимә ыңғай йоғонто яһай? – Бындай шарттар күп: - юғары аҡыл әүҙемлеген һаҡлау (өҫтәл уйындары, аудиокитаптар, кроссвордтар, ребустар, башватҡыстар сисеү, яңы мәғлүмәт уҡыу, шиғыр-йыр текстарын ятлау, сит телдәрҙе өйрәнеү; - эмоциональ төрлөлөк – тормошто ҡыҙыҡлы итергә һәм ыңғай кисерештәр алырға тырышыу; - киң социаль бәйләнештәр булдырыу, сөнки кеше – социаль төшөнсә, шуға күрә аралашыу уның гармониялы йәшәйешенең мөһим аспекты булып тора; - даими физик күнекмәләр (скандинавса йөрөү, йәйәү атлау – көнөнә 5-7 мең аҙымдан да кәм түгел; йога, бейеү, йөҙөү); - тәүлегенә 7-8 сәғәтлек йоҡо; - уртаса тән ауырлығын һаҡлау; - Урта диңгеҙ диетаһын тотоу, кардиолог яғынан ҡаршылыҡ булмаһа, спиртлы эсемлектәрҙе, сифатлы ҡәһүәне самалап ҡулланыу; - тәмәке тартыуҙан баш тартыу – Гүзәл Радмир ҡыҙы, моғайын, когнитив тайпылыштарҙы асыҡлау өсөн иң ябай ысул барҙыр? – Әлеге ваҡытта когнитив тайпылыштарҙы асыҡлау өсөн бик күп ябай тестар билдәле. Иң ябай һәм мәғлүмәтле тестарҙың береһе – сәғәт төшөрөү. Яҡынығыҙҙан циферблатлы түңәрәк сәғәт эшләүен һорағыҙ, унда ваҡыт 14.45 сәғәтте күрһәтһен. Әгәр кеше был ябай ғына бурысты үтәмәһә, уның деменцияһы булыу ихтималлығы юғары. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, заман медицинаһы әлегә был сирҙе дауалай алмай, әммә дөрөҫ билдәләнгән дауалау ауыр стадияның башланыуын һәм тулыһынса кеше көнлө булыу ихтималлығын кәметә. Шуға күрә белгескә мөмкин тиклем иртә мөрәжәғәт итеү мөһим, – тип белерә табип. Невролог бөгөн сәләмәт, гармониялы һәм сифатлы ҡартайыу көнүҙәк мәсьәлә булыуын тағы берҙе һыҙыҡ өҫтөнә алды. Һуңғы йылдарҙа нейродегенератив сирҙәрҙе иҫкәртеүгә айырыуса ҙур иғтибар бүленә һәм оло йәштәгеләрҙең һаулығы менән шөғөлләнеүсе, дементолог һәм паркинсонолог бурыстарын да үҙ эсенә алыусы табип-геронтолог кеүек белгестәргә ихтыях ҙур. Әйткәндәй, 2018 йылда Өфөлә Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында Экстрапирамид патологияһы, когнитив тайпылыштар һәм ботулинотерапия үҙәге асылған. Унда неврологтар Альцгеймер, Паркинсон ауырыуы һәм башҡа нейродегенератив сирҙәрҙе асыҡлау һәм дауалау менән шөғөлләнә. Фото геройҙың шәхси архивынан.