Мәскәү дәүләт төҙөлөш университетының Милли тикшеренеүҙәр институтында «Төҙөлөш тармағының киләсәге: саҡырыуҙар һәм үҫеш перспективалары» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли симпозиумы башланды. Башҡортостандың пландары менән вуз-ара кампус төҙөлөшөнөң проект офисы етәксеһе урынбаҫары Сергей Гладких таныштырҙы. «Донъя кимәлендәге кампустар» өсөн йәшәү циклының бер өлөшө булараҡ һанлы ҡарарҙар ҡабул итеү» тип аталған стратегик сессияны Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының Бюджет инвестициялары департаменты директоры Рөстәм Дауытов асты. - Шуны иҫтә тоторға кәрәк: йөкләмәгә ярашлы кампустар пилот проекттары сифатында булдырыла - уларҙа системаны аҡыллы һанлы файҙаланыу буйынса апробация яһаласаҡ. Бынан тыш, импортты алмаштырыу сиктәрендә быны үҙебеҙҙәге программа тәьминәтендә эшләргә кәрәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Дауытов. Башҡортостандан стратегик сессияла республиканың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Руслан Ханнанов, «Кампус» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Сыңғыҙ Хәсәнов, вуз-ара кампус төҙөлөшөнөң проект офисы етәксеһе урынбаҫары Сергей Гладких ҡатнашты. Сессияла тәҡдим ителгән «Аҡыллы кампус» проекты республика вуздарын берләштерәсәк, университеттарҙы реаль иҡтисадҡа һәм ҡаланы, төбәкте үҫтереү үҙәгенә бәйләйәсәк. - Вуз-ара кампус менән университеттар араһында тигеҙлек билдәһе ҡуйыу дөрөҫ түгел, тип иҫәпләйбеҙ. Эйе, кампус – университеттарға бәйле, ләкин вуз-ара кампус киңерәк төшөнсә, сөнки вуздарҙың интеграцияһын һәм берлектәге эшен, шулай уҡ ябай университетта булмаған һанлы сервистар булдырыуҙы күҙ уңында тота. Бындай ҡараш һанлы ҡарарҙар күҙлегенән кампус менән идара итеү системаһына яңы талаптар ҡуя, - тип билдәләне Сергей Гладких. Кампустың берҙәм һанлы системаһына белем биреү процесы, ғилми эш, уҡыуҙан тыш тормош инәсәк, ә махсус сервистар сараларҙы ойошторорға һәм берлектәге проекттар менән идара итергә ярҙам итәсәк. Мобиль ҡушымта ярҙамында дәрестәр теҙмәһен белергә, һанлы китапхана менән файҙаланырға, кампус буйынса навигация асырға мөмкин. Шулай уҡ проектта төрлө мультимедиалы ҡарарҙар тәҡдим ителә. Сессия барышында Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы, Төҙөлөш министрлығы, төбәктәр, проект компаниялары вәкилдәре, шулай уҡ һанлы системалар вендорҙары сығыш яһаны. Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса системалы тәҡдимдәр менән меморандум әҙерләнде, уны Хөкүмәттә тәҡдим итәсәктәр. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кампустар төҙөү буйынса проект «Фән һәм университеттар» милли проектының бер өлөшө булып тора. Өфө юғары уҡыу йорттары кампусы барлыҡҡа килергә тейешле тәүге һигеҙ ҡала иҫәбенә инде. Был үҙәктәр социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһына ярашлы кадрҙар әҙерләү өсөн 61 меңдән ашыу урын булдырырға мөмкинлек бирәсәк, шулай уҡ фән менән системалы шөғөлләнеүсе уҡыусыларҙың, йәш уҡытыусыларҙың һәм ғалимдарҙың һанын арттырасаҡ. Заманса университет кампустары төҙөү буйынса проект 2022-2031 йылдарҙа Рәсәй Президенты иғлан иткән Фән һәм технологиялар ун йыллығы маҡсаттарына һәм бурыстарына яуап бирә. Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru
Мәскәүҙә Өфө вуз-ара кампусын һанлаштырыу проекты менән таныштырҙылар
19 сентября 202319 сен 2023
2 мин