Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Театр коллективтары өсөн конкурс иғлан ителә

15 сентябрҙә Волга буйы федераль округының балалар һәм йәштәр коллективтарының V “Театраль Волга буйы” фестивале юбилей миҙгелендә ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә башланы. Сара Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың патронаты аҫтында үткәрелә. Унда Волга буйы федераль округы төбәктәренән һәүәҫкәр балалар (6-17 йәшлек ҡатнашыусылар) һәм йәштәр (18-35 йәш) театр коллективтары ҡатнаша ала. Төбәк һайлап алыу этабында ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы театральноеприволжье.рф фестивале сайты аша ебәрә алаһығыҙ. Проекттың финалына округтың 14 төбәгенән йәштәр һәм балалар театр коллективтарынан берешәр спектакль, дөйөм алғанда, 28 тамаша сығасаҡ. Конкурс еңеүселәрен һәм лауреаттарын билдәләү өсөн жюри ағзалары тауыш бирәсәк. Фестивалде ябыу тантанаһы, шулай уҡ коллективтарҙың спектаклдәре телевидение һәм интернет аша трансляцияланасаҡ. Әйткәндәй, “Театраль Волга буйы” округта иң ҙур театр проекты булып тора. Үткән миҙгелдә ул һигеҙ мең ҡа

15 сентябрҙә Волга буйы федераль округының балалар һәм йәштәр коллективтарының V “Театраль Волга буйы” фестивале юбилей миҙгелендә ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә башланы. Сара Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың патронаты аҫтында үткәрелә. Унда Волга буйы федераль округы төбәктәренән һәүәҫкәр балалар (6-17 йәшлек ҡатнашыусылар) һәм йәштәр (18-35 йәш) театр коллективтары ҡатнаша ала. Төбәк һайлап алыу этабында ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы театральноеприволжье.рф фестивале сайты аша ебәрә алаһығыҙ. Проекттың финалына округтың 14 төбәгенән йәштәр һәм балалар театр коллективтарынан берешәр спектакль, дөйөм алғанда, 28 тамаша сығасаҡ. Конкурс еңеүселәрен һәм лауреаттарын билдәләү өсөн жюри ағзалары тауыш бирәсәк. Фестивалде ябыу тантанаһы, шулай уҡ коллективтарҙың спектаклдәре телевидение һәм интернет аша трансляцияланасаҡ. Әйткәндәй, “Театраль Волга буйы” округта иң ҙур театр проекты булып тора. Үткән миҙгелдә ул һигеҙ мең ҡатнашыусы һәм 200 мең тамашасыны йыйған. Фото: театральноеприволжье.рф