Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосоповтың матур йырлағанын күптәр беләлер. Бәлки, тәүгә ишетәһегеҙҙер. Әле Риф Сәғәҙәтулла улы бик матур йыр башҡарып яҙҙырған. "Кейек ҡаҙҙар" тип атала ул. "Иҫән-һау йөрөгөҙ тип, Көтөп ҡалам яр буйында...", "Бер ҡайтмаһам, бер ҡайтырмын Кейек ҡаҙҙар ҡайтҡан саҡта...", "Улар киткән яҡҡа ҡарап, Күңел тулы моңдар ҡалды...", "Ауыр шул, бигерәк аяныс Кейек ҡаҙҙарҙың яҙмышы..." тигән һағышлы юлдар бар был йырҙа. "Һауаларҙа осоу өсөн ҡоштарға - ҡанат, күңелдәребеҙгә йыр кәрәк... Бик күп теләктәрегеҙҙе ысынға ашырайым тип, бары һеҙҙең өсөн генә, дуҫтарым! Дүртөйлөбөҙҙөң матурлығын "Кейек ҡаҙҙар" йырына үреп, һеҙгә бүләк итәм. Рәхим итеп тыңлағыҙ", - тигән ул.Һуңынан "Егеттәребеҙҙе йыраҡ ерҙәрҙән көткән саҡта..." тип тә өҫтәгән. Фото: https://vk.com/yusupovrif