21 сентябрҙә билдәләнәсәк Бөтә донъя Альцгеймер сиренә ҡаршы көрәш көнөнә ҡарата 18 сентябрҙән 24-енә тиклем сәләмәт ҡартайыуҙы популярлаштырыу аҙналығы башланды. Заман медицинаһы һәм цивилизация кимәле ғүмер оҙайлығын XXI быуатта 73 йәшкә тиклем оҙайтырға мөмкинлек бирҙе. Ҡартайыу процесы беҙҙең гендарға һалынған. Үкенескә ҡаршы, оло йәштә шәкәр диабеты, остеопороз, йөрәк-ҡан тамырҙары, Паркинсон һәм Альцгеймер сирҙәре һағалап ҡына тора. Кеше әүҙем йәшәү рәүешенән айырылыу менән уның аҡылы даими күнекмәләрҙән мәхрүм ителә, был тәү сиратта хәтер һәм иғтибар торошонда сағыла. Альцгеймер сире – нервы системаһының аҡрынлап аҙа барған сире, ул интеллекттың боҙолоуында, деменция башланыуында сағыла.Тәүге билдәләре: онотоусанлыҡ, бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатлау, бер эштә иғтибарҙы туплай алмау. Бындай билдәләр күҙәтелгәндә табип-неврологҡа күренергә кәрәк. Зиһенде һәм яҡшы хәтерҙе һаҡлау өсөн кәңәштәр: 1.Йоҡоғоҙ туйғансы йоҡлағыҙ. Йоҡо гигиенаһын һаҡлау һәм алтынан һигеҙ сәғәткә тиклем йоҡлау – б