Республикабыҙ журналистарының юғары бүләген алырға күрһәтелгән кандидаттар араһында Фәнис Гәрәев тә булыуына ҡыуанып ҡуйҙым. “Кызыл таң” гәзите редакцияһында оҙаҡ йылдар бергә эшләгән яҡын дуҫым, фекерҙәшем булған өсөн генә түгел. Премияны нәҡ бына шундай ғилемле, талантлы, үҙ һөнәренә сиктән тыш бирелгән, тапшырылған вазифаһына үтә лә яуаплы ҡараған ҡәләм эйәләре алырға тейеш. Быйыл декабрҙә 60 йәшен тултырасаҡ Фәнис Гәрәевтең бөтә хеҙмәт юлы “Кызыл таң” менән бәйле. Ул Илеш районының Түбәнге Йөннө ауылында ябай колхозсы ғаиләһендә тыуған. Шундағы һигеҙ йыллыҡ мәктәптән һуң район үҙәгендәге 10-сы һөнәрселек-техник училищеһын ҡыҙыл дипломға тамамлай, һәм бер генә имтихан тапшырып, Башҡорт дәүләт университетының филология факультеты студенты булып китә. Беренсе курстан һуң армияға алына, унда ул өлкән сержант, взвод командиры урынбаҫары дәрәжәләренә өлгәшә. БДУ-ның өсөнсө курсын тамамлағас, уҡыуын Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетында дауам итә. Унда уҡығанда “Комсомолец Таджикистана” һәм “Кызыл таң” гәзиттәрендә практика үтә. МДУ дипломы алған егетте 1990 йылда “Кызыл таң”ға саҡырып ҡайтарҙылар. Коллективҡа эшкә яңы килгән йәш кешегә һынап ҡарайһың бит ул. Башҡарған эшенә генә түгел, холоҡ-фиғеленә, үҙ-үҙен тотошона ла. Фәнисте лә шулай ҡаршыланыҡ (мин ул ваҡытта яуаплы секретарь инем). Яҙғандарын электән күҙәтеп килгәнлектән, уның тиҙ арала яҡшы журналист, редакцияның үҙ кешеһе булып китәсәгенә шигебеҙ юҡ ине. Шулай булып сыҡты ла. Үҙҙәрен эре, һауалы тотҡан, хатта лидер итеп тойған ағайҙар ҙа бар ине ул заманда редакцияла, һәм күптәр улар менән һүҙгә килешмәҫкә тырыша ине. Һәм, ни ғәжәп, егетебеҙ эшләй башлаған аҙнаһында уҡ кәңәшмәләрҙә лә, ай һайын үтә торған йыйылыштарҙа ла, көндәлек эш барышында ла ағайҙарҙың күҙенә ҡарап тәнҡит һүҙҙәре әйтте, ғәҙеллекте яҡлап күтәрелде. Төрлө йылдарҙа редакцияның барлыҡ тип әйтерлек бүлектәрендә хәбәрсе, мөдир, яуаплы секретарь урынбаҫары, бер аҙ ваҡыт яуаплы секретарь булып эшләне. Ул замандарҙағы традиция буйынса, йәш белгесте төрлө темаларҙы күтәреү, асыу буйынса һынанылар, сыныҡтырҙылар. Ниндәй генә темаларға кемдәр тураһында ғына яҙырға тура килмәне уға! 1997 йылдың йәйендә (34 йәше тулмаҫ борон) уға “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеме бирелде. Шулай йәшләй танылыу гәзитебеҙ тарихында берҙән-бер осраҡ булғандыр. Байтаҡ йылдар үткәс, Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Миңнуллин Фәнистең ижадына күҙәтеү яһау уңайынан “Кызыл таң” журналистарын яҡынса өс төркөмгә бүлеп ҡараны: “Беренсе төркөмгә мин журналислыҡ менән ғалимлыҡты бергә ҡушып алып барыусыларҙы индерер инем. Ундайҙар, оҙаҡ йылдар редакцияла эшләү менән бер рәттән, фән өлкәһендә лә ҙур уңыштарға өлгәшкән... Икенсе төркөмгә журналислыҡ менән бергә әҙәбиәттә лә етди шөғөлләнеүселәрҙе индерергә мөмкин. Беҙҙең даирәлә ундай практика бик киң таралған... Һәм, ниһайәт, өсөнсө төркөм – бөтә ғүмерҙәрен, таланттарын, эшмәкәрлектәрен фәҡәт редакцияға бағышлаған гәзитселәр. Улар бик күп, һәммәһе лә билдәле шәхестәр. Башҡортостандағы татар матбуғатын үҫтереүҙә арымай-талмай хеҙмәт итеүселәр, тир түгеүселәр, бөртөкләп, ентекләп Башҡортостандың йылъяҙмаһын яҙып барыусылар. Гәзит эшенә шундай фанаттарса бирелгән егеттәребеҙҙең береһе, һис шикһеҙ, Фәнис Гәрәев...” Бына инде 23 йыл ул баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй. Уның вазифаһына ниндәй бурыстар ингәнлеген һанап тормайым, оҙон-оҙаҡҡа китер. Ә ҡыҫҡа ғына әйткәндә, беренсе сиратта, һәр саҡ юғары яуаплылыҡ тойоу, һәр көндө көсөргәнешле хеҙмәт, белемеңде, мәғлүмәтлелегеңде даими тулыландырыу, һәр өлкә, тармаҡ, сәйәсәт, донъялағы һәр ваҡиға тураһында хәбәрҙар булыу, шул мәғлүмәт ағымын “иләк аша үткәреп”, гәзит уҡыусы өсөн иң мөһимен эләктереп алыу һәм башҡалар. Ҡағыҙ гәзит сығарыуҙан тыш, хәҙер мәғлүмәт киңлектәрендә сайттар, социаль селтәрҙәр ҙә ҙур урын алғас, журналистарға, айырыуса баш мөхәррир урынбаҫарҙарына, мәшәҡәт бермә-бер өҫтәлде, “эш ваҡыты иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем, “ял һәм байрам көндәре” тигән төшөнсәләр ҙә юйыла бара. Әлбиттә, уның эш тәжрибәһен республика күләмендә файҙаланырға, таратырға тырышалар: төрлө семинарҙарҙа, кәңәшмәләрҙә, шулай уҡ студенттар алдында сығыш яһарға йыш саҡыралар. Башҡа баҫмаларҙағы йәшерәк ҡәләмдәштәр ҙә кәңәш һорап уға мөрәжәғәт итә. Айырыуса яуаплы сараларға (мәҫәлән, һайлауҙарға) әҙерләнгәндә, ниндәйҙер сетерекле хәлдәр килеп тыуғанда, Башҡортостан журналистары вәкиле итеп, әленән-әле Мәскәүгә командировкаға ла ебәрәләр уны. Фәнис Гәрәев 2013 йылда үҙенең алтын юбилейына ҡарата – үҙе әйтмешләй, көтмәгәндә-уйламағанда, күләме 450 бит самаһы булған “Беҙҙең әле елле саҡтар...” тигән китап сығарҙы. Унда авторҙың төрлө йылдарҙа ижад иткән публицистик мәҡәләләре, юлъяҙмалары, һүрәтләмәләре, интервьюлары, фельетондары, хикәйәләре, шиғырҙары һәм йырҙары тупланған. (Әйтеп үтәйем: Башҡортостан һәм Татарстандың эстрада йондоҙҙары репертуарында урын алған байтаҡ йырҙары ла бар уның). Күпме мәғлүмәт, тарих, фекер, яҙмыштар, журналистик һәм әҙәби асыштар унда! Йәмғиәтебеҙҙә, тормошобоҙҙа урын алып торған яман күренештәр Фәниссә уҫал, асыҡтан-асыҡ фаш ителгән, тәнҡитләнгән. Еңелсә генә ҡараштырып, ситкә алып ҡуя торған китап түгел был, ә төрлө быуын кешеләре ҡабат-ҡабат уҡып фәһем алырлыҡ, йәш ҡәләмдәштәр һәм студенттар өсөн тормош дәреслеге, уҡыу әсбабы булырлыҡ. Фәнистең улы, ике апаһы, ике ағаһы, ҡустыһы, ҡайһы бер яҡын дуҫтары аҡсаһына нәшер ителгән ул. Быйыл Башҡортостандың киң мәғлүмәт сараларының бер төркөм хеҙмәткәре махсус хәрби операция зонаһына ижади командировкаға барып ҡайтырға теләк белдерҙе. Мәскәүҙән бик оҙаҡ рөхсәт көтөп алғандан һуң, ниһайәт, егеттәребеҙ сәфәргә йыйына башланы. Республиканың Журналистар союзы рәйесе, ”Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов етәкселегендәге төркөм 14 июнь – Матбуғат көнөндә таң менән юлға сыҡты. Улар араһында “Кызыл таң”дан Фәнис Гәрәев тә бар ине. Ҡыйыу ҡәләмдәштәребеҙ, һөнәри бурыстарына тоғро ҡалып, ваҡиғалар үҙәгендә үҙҙәре булып, ундағы хәл-шарттар тураһында үҙ кисерештәре аша, ысынбарлыҡтағы тәьҫораттары нигеҙендә үҙ баҫмалары уҡыусыларына мөмкин булғанса асыҡтан-асыҡ, дөрөҫ һәм хаҡ итеп еткереү маҡсатын ҡуйған ине. Улар үҙ маҡсатына тулыһынса өлгәшкәндер тип уйлайым. Фәнис Гәрәевтең “Кызыл таң”дың 27 июндән 25 июлгә тиклемге һигеҙ һанында баҫылған “Донбасс ере үҙе матур, үҙе хәүефле икән...” тигән юлъяҙмаларын йотлоғоп һәм ентекләп уҡығандан һуң шундай һығымтаға килдем. Махсус хәрби операция зонаһында яҡташ яугирҙәребеҙ ниндәй батырлыҡтар күрһәтә; кәйефтәре нисек, һуғышсан рухтары ниндәй дәрәжәлә, тормош-көнкүреш шарттары ниндәй; Донецк, Луганск төбәктәре Украина составында булған 30 йыл дауамында бер ниндәй ремонт яһалмаған юлдарҙы, мәктәптәрҙе һәм башҡа биналарҙы төҙөкләндереүҙә башҡортостандар нисек фиҙакәр эшләй; республикабыҙҙан барған медицина хеҙмәткәрҙәре ундағы халыҡты дауалауҙа ниндәй тырышлыҡтар һала һәм башҡалар – Фәнис ҡәләмдәшебеҙ яҙмаларында быларҙың барыһы ла тәрән итеп һәм тәфсирләп яҡтыртыла. Бында ул ишеткән-күргәндәрен ҡағыҙға теркәп барыусы ғына түгел, ә бай тормош тәжрибәле публицист, зирәк сәйәсәтсе, нескә психолог, прозаик һәм шағир булараҡ та сығыш яһай. Был яҙмаларҙа барыһы ла Гәрәев дәрәжәһендә, юғарылығында. “Кызыл таң”дың беренсел журналистар ойошмаһы Фәнис Гәрәевте Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға бына ошо юлъяҙмалары – көнүҙәк репортажы өсөн тәҡдим итеүен гәзит уҡыусылар ҙа хуплағандыр, тип икеләнмәйенсә әйтәм. Комиссия ағзалары ла уны яҡлап тауыш бирһә, ғәҙел булыр. Фәрит ФӘТҠУЛЛИН