Был хәл ошо сентябрь айында Әбйәлил районының Йәнгел ауылында була. Ҡараңғы төшөп килгәндә Иҙел Ибраһимов, Искәндәр Ялмырҙин, Байрас Ибраһимов, Савелий Зыбин, Алим Ибраһимов, Ярослав Зыбин бер өй янында яңғыҙ ғына ултырған өлкән йәштәге әбейҙе күреп ҡалалар. Урамда һыуыҡ: йә киҫкен ел иҫә, йә ямғыр һибәләй... Малайҙар өләсәй янына килеп: "Һеҙгә нимә булды? Ауырыйһығыҙмы әллә? Күптән бында ултыраһығыҙ бит, бәлки, ярҙам кәрәктер?" - тип һорай. Ҡарт кеше үҙенең Мораҡай ауылынан булыуын, туғандары уны ҡунаҡҡа алып ҡайтыуын, хәҙер килеп төнгә ҡарай ҡыуып сығарыуҙарын һөйләй. Һораштырып, малайҙар Магнитогорск ҡалаһында уның ейәне йәшәгәнен белә, егеттең телефонын табып, уға шылтыраталар. Өләсәйгә ейәне менән һөйләшергә ярҙам итәләр. Шунан егеткә был ауылға килеү юлын өйрәтәләр, урамды, өй һанын атайҙар. Ейәне килгәнсе әбей янынан китмәйҙәр, уны тынысландырып торалар. Яҡындағы йортта йәшәгән хужабикә сыҡҡас, уға хәлде һөйләп бирәләр. Өләсәй Гөлсирә Ялмырҙина исемле был ҡатынға: "Һеҙҙең Йәнгел ауылында малайҙар ниндәй яҡшы! Рәхмәт уларға! Улар ярҙам итмәһә, мин нимә генә эшләр инем икән?!" - ти. Хужабикә өләсәйҙе өйөнә саҡыра, сәй эсерә. Шул арала малайҙар тышта уның ейәнен көтөп ала. Ул килгәс, ихлас ҡыуанып, малайҙарҙың ҡулын ҡыҫа, рәхмәт әйтә. Был изгелекле малайҙар өләсәйҙең сумкаһын машинаға илтеп һалыша. Ә өлкән кеше ҡыуанысынан бер туҡтауһыҙ: "Рәхмәт, малайҙар!" - тип ҡабатлай. Гөлсирә Ялмырҙина былай ти: "Ошо хәлде күҙәтеп, мин дә беҙҙең малайҙар өсөн шатландым. Шундай тәртипле, ғәҙел, аҡыллы, ҡыйыу кешеләр булып үҫһендәр. Яҡшы уҡыһындар". Афарин, малайҙар! Рәхмәт! Фото: https://foto-ram.ru/фото-помогаю-бабушке/