Найти тему
Башҡортостан гәзите

Балалар атай-әсәйен тапты!

Июль аҙағында беҙ өс үҫмер бала - бер туған Юра, Василиса һәм Виктория тураһында яҙғайныҡ. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы был етем ҡалған балаларҙы ғаиләгә алырлыҡ атай-әсәй эҙләй ине. Беҙҙең уҡыусылар, бындай өлкән йәштәге балаларҙы алыусы табылырмы икән, тип борсолоу ҙа белдергәйне. Шөкөр, үҫмерҙәргә атай-әсәй табылған! Уларҙы күп балалы Екатерина Николаевна Ковина һәм Максим Сергеевич Хаязов үҙҙәренә алған. "Улар - тәжрибәле ата-әсә. Бындай оло йөрәкле һәм асыҡ күңелле кешеләрҙең балаларға хәстәрлек, йылылыҡ, иғтибар һәм һөйөү бүләк итә аласағына ышанабыҙ. Беҙҙең республикала ауыр хәлдә ҡалған 7500 бала тәрбиәгә алынған. Был яҙмабыҙҙа беҙ һәр кемгә рәхмәт белдерәбеҙ. Шулай уҡ һеҙгә лә, уҡыусыларға, репост өсөн рәхмәт! Һеҙҙең һәр берегеҙ был хәлгә ҙур өлөш индерҙе", - тип яҙғандар министрлыҡтың социаль селтәрҙәге төркөмөндә. Фото: https://vk.com/mintrudrb