18 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә ҡала һәм район сигендәге инеү стелаларын яңыртыуҙы тикшерҙеләр. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың июнендә төбәк етәксеһе муниципалитет башлыҡтарына был эште сентябргә тиклем тамамларға ҡушҡайны. Кәңәшмәлә төбәк Хөкүмәте вице-премьеры Алан Марзаев, 252 ҡоролманың 200-ө тейешле хәлдә, тип хәбәр итте. Йәйге миҙгел дауамында 34 стела яңыртылған – буяу, штукатурлау, иретеп йәбештереү эштәре башҡарылған. 18 сентябргә төҙөүселәр Балаҡатай, Шаран һәм Яңауыл райондарында тағы өс объектта эштәрҙе тамамлайҙар. Алмаштырыуҙы талап иткән 15 стеланың туғыҙын муниципалитеттар тергеҙгән. Бынан тыш, Баҡалы, Дүртөйлө һәм Стәрлебаш райондарында иҫке стела урынында яңы объекттар ҡуйылған. Шулай итеп, Әбйәлил һәм Белорет райондары биләмәһендә тағы өс стеланы алмаштырырға ҡалған. Башҡортостан Башлығы киләһе йылда төҙөкләндерелергә тейешле ҡоролмалар исемлеген әҙерләй башларға ҡушты. – Муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәғәт итәм. Ике йыл дауамында беҙ инеү стелаһының бер өлөшөн алмаштырҙыҡ. Ләкин уларҙы буяу талап ителгән урындарҙа – ул райондарҙың бурысы. Уларҙы тейешле хәлгә килтереүегеҙҙе һорайым, – тине Радий Хәбиров. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.