Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Патриот" артабан үҫәсәк

Уҡыу һәм профилле сменалар сиктәрендә 8 меңдән ашыу уҡыусы Шишмә районында Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” паркында башланғыс хәрби әҙерлек үтте. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә учреждениеның генераль директоры Александр Старшинин һөйләне. “Патриот” паркы майҙансығында өлкән класс уҡыусыларын 2022 йылдың 1 июненән әҙерләй башланылар. Бының өсөн элекке хәрби часть биләмәһендә казарма йүнәтелде, унда 200 кеше йәшәгән “Авангард” уҡытыу-методика үҙәген урынлаштырҙылар, плац һәм спорт майҙансыҡтарын йыһазландырҙылар, парашют-десант вышкаһын урынлаштырҙылар һәм хәрби техника музейын ойошторҙолар. Бынан тыш, “Патриот” паркында Рәсәйҙә иң ҙур “Геройҙар уҙышы” хәрби-спорт уйыны майҙансығы ойошторолдо, уның оҙонлоғо – 17 километр. 2022 йылдың июненән алып был уҙыштың трассаһын 19,5 мең кеше үткән. Парктың беренсе сираты объекттары иҫәбендә шулай уҡ хеҙмәткәрҙәр өсөн 30 кешелек ятаҡ, 98 урынлыҡ тиҙ төҙөлгән ике модуль, мәҙәни саралар уҙғарыу өсөн сәхнә менән амфитеатр һәм “Партизан ауылы” музей-күргәҙмә комплексы бар. Александр Старшинин 2023 йылда “Патриот” паркының икенсе сиратын тормошҡа ашырыуҙары хаҡында хәбәр итте. Ул ашхана корпусын, спорт һәм тренажёр залдары менән физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөүҙе, пилотһыҙ осоу аппараттары өсөн майҙансыҡ ойоштороуҙы үҙ эсенә ала. Өсөнсө этап сиктәрендә – тағы ике торлаҡ модулен урынлаштырыу, ябыҡ тир һәм музей-күргәҙмә үҙәге төҙөү, шулай уҡ ат спорты комплексын һәм еңел авиация өсөн осоу-ултырыу һыҙатын булдырыу. – Өҫтәмә рәүештә махсус хәрби операцияға арналған экспозиция асыу мәсьәләһен ҡарайбыҙ, – тине Александр Старшинин. Республика Башлығы парк төҙөүселәренә, уның етәкселегенә һәм уҡытыусылар коллективына биләмәне үҫтереү һәм йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү буйынса әүҙем эш өсөн рәхмәт белдерҙе. Оператив кәңәшмәлә төбәк етәксеһе “Патриот” паркының генераль директоры Александр Старшининға “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалын һәм, “Туҡланыу үҙәге” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Энже Әхмәҙуллинаға Башҡортостан Башлығы рәхмәте тапшырылды. – “Патриот” заманса майҙансыҡҡа әүерелде, унда төрлө саралар үткәрергә мөмкин. Ошо көндәрҙә уның базаһында “Геовызов” профессиональ уҡыу йорттары араһында Халыҡ-ара геологик чемпионат үтә, – тине Радий Хәбиров. – Паркты артабан үҫтереү өсөн тағы 200 гектар ер бар. Унда яңы ҡыҙыҡлы урындар булдырасаҡбыҙ. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.