Яңауылда йәшәгән Аллаяровтарҙың әкиәт донъяһын хәтерләткән, гөл-сәскәгә күмелгән ихаталары һәр кемдә һоҡланыу тыуҙыра. Бынан 15 йыл элек улар ике ҡатлы яңы йорттарына күсенгән осорҙа был биләмә һаҙлыҡты хәтерләткән. Ике йыл буйына хужалар уйһыу урынды күтәреү өсөн йөҙгә яҡын машина ер килтертә, биләмәне тәртипкә килтерә. Аҙаҡ Нәрсиҙә Ғәфүрйән ҡыҙы фантазияһын эшкә егә, ире менән ҙур көс һалып, ихатаны һәм урамды ожмах мөйөшөнә әүерелдерә, тип яҙа “Яңауыл таңдары”. Баҡсаның матурлығын әйтеп кенә аңлатыуы мөмкин түгел, уны барып күрергә кәрәк! Бындай хозурлыҡты бары хеҙмәт һөйөүсән, күңеле саф кешеләр генә тыуҙыра алалыр. Рәйес Карам улы менән Нәрсиҙә Ғәфүрйән ҡыҙы 38 йыл инде бергә донъя көтә. Йорт хужаһы бөтә хәйриә башланғыстарында әүҙем ҡатнаша. Аллаяровтар өс балаға атай-әсәй, ә биш сабыйға – олатай һәм өләсәй. Улар бөгөн йәш быуынды хеҙмәт һөйөргә, зауыҡ тойғоһон үҙләштерергә, матурлыҡ тыуҙырырға өйрәтә. Раушания Ғарифуллина фотолары.