Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

2023 йылға Ш. Хоҙайбирҙин премияһына дәғүәселәр билдәле

Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығында 2023 йылға журналистика өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияларҙы тапшырыу буйынса республика Хөкүмәте ҡарамағындағы комиссияның беренсе ултырышы үтте. Сараны асып, агентлыҡ етәксеһе, комиссия рәйесе урынбаҫары Максим Ульчев конкурсҡа төрлө жанрҙағы әҫәрҙәр тәҡдим ителед, тип билдәләне. Очерктар, репортаждар, документаль һәм публицистик мәҡәләләр, телетапшырыуҙар, айырм китап итеп баҫтырылған материалдар. Премияға дәғүә итеүселәр араһында мәғлүмәт саралары журналистары, журналистика ветераны, штаттан тыш автор бар. Тәҡдим ителгән эштәрҙе ҡарап, Комиссия киләһе дәғүәселәргә конкурста ҡатнашырға рөхсәт итте: Әхмәтшин Шамил Наил улы, «На земле Салавата» гәзитенең баш мөхәррир урынбасары-яуаплы секретары. Журналистар союзының район бүлексәһе тарафынан район гәзитендәге публицистик материалдар серияһы һәм «Подумать только» китабы өсөн тәҡдим ителә. Ғәлиева Рәйлә Урал ҡыҙы, «Ватандаш» журналының бүлек мөхәррире. «Ватандаш» журналы редакцияһы коллективы тарафынан замандаштары тураһында мәҡәләләр циклы, Башҡортостан Республикасының социаль-иҡтисади үҫешенә бағышланған материалдар серияһы өсөн тәҡдим ителә. Гәрәев Фәнис Флүн улы, «Ҡыҙыл таң» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары. Гәзит редакцияһы коллективы тарафынан Луганск Халыҡ Республикаһы, Донецк Халык Республикаһы, Запорожье һәм Херсон өлкәләренән репортаждар серияһы өсөн тәҡдим ителә. Кинйәбулатов Азат Уран улы, «Вестник БГМУ» гәзитенең баш мөхәррире. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар союзының урындағы бүлеге тарафынан медицина журналистикаһы тураһындагы китаптары өсөн тәҡдим ителә. Ҡыуатова Гөлнур Вил ҡыҙы, «Йәшлек» гәзите хәбәрсеһе. Рәсәйҙәге Уҡытыусы һәм остаз йылына һәм "Йәшлек" гәзитенең 100 йыллығына бағышланған иҗтимағи әһәмиәтле проектты ойошторғаны һәм мәғлүмәти яҡтан яҡтыртып барғаны өсөн "Йәшлек" гәзите редакцияһы коллективы тарафынан тәҡдим ителә. Ҡунафин Мөнир Сәхиулла улы, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире. "Башҡортостан" гәзите редакцияһы коллективы тарафынан "Бер ғүмер етмәй икән" очеркы һәм "Кыҙарып сейә бешкән мәл ине" юл яҙмалары өсөн тәҡдим ителә. Ниғәмәтова Гүзәл Исхаҡ ҡыҙы, журналистика ветераны. “Баймакский вестник” гәзите редакцияһы коллективы тарафынан Башкортостандың Урал аръяғы тарихы тураһында; Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге Баймаҡ машиналар эшләү заводы хеҙмәткәрҙәре хаҡында мәҡәләләр серияһы өсөн тәҡдим ителә. Рәхимҡолов Азамат Салауат улы, Башҡорт дәүләт медицина университетының «Медик» гәзите шеф-мөхәррире. Гәзит коллективы тарафынан медицина династиялары, юғары уҡыу йортон ойоштороусылар тураһында мәҡәләләр циклы өсөн тәҡдим ителә. Сәлимов Ниязбай Булатбай улы, Башҡортостан Республикаһының Милли архивы директоры урынбасары. "Табын" гәзите редакцияһы коллективы тарафынан федераль, республика, ҡала һәм район баҫмаларында, "Вестник Башархива" электрон гәзитендә баҫылып сыҡҡан тарихи-публицистик мәҡәләләр серияһы, “Шәҗәрә - рухи мираҫыбыҙ" китабы өсөн тәҡдим ителә. Сибәғәтов Флүр Шәрифулла улы, З. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлеге мөдире. “Башҡорт әҙәбиәтенең йылъяҙмаһы («Ағиҙел» журналына - 100 йыл)» китабы һәм «Ағиҙел» журналының тарихына бағышланған мәҡәләләр серияһы өсөн тәҡдим ителә. Цуканова Зәйфә Мөфәссир ҡыҙы, штаттан тыш автор. «Бүздәк хәбәрҙәре» гәзите редакцияһы коллективы тарафынан күренекле әҙәбиәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре тураһында мәҡәләләр серияһы өсөн тәҡдим ителә. "Башинформ" мәғлүмәт агентлығының журналистар коллективы: Бахшиева Галина Юрьевна – махсус хәбәрсе, Мортазина Ольга Салауат ҡыҙы – хәбәрсе, Якимчук Роман Павлович – хәбәрсе. "Башинформ" коллективы тарафынан Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеше темаһына материалдар серияһы өсөн тәҡдим ителә. «Благоварские вести» гәзите редакцияһының журналистар коллективы: Ғафарова Лира Әҙип ҡыҙы – баш мөхәррир, Хәсәнова Айһылыу Мөнир ҡыҙы – бүлек мөдире, Ғафарова Эльвина Рәзиф ҡыҙы – хәбәрсе. «Своих не бросаем» мәҡәләләр циклы өсөн «Благоварские вести» редакцияһының хеҙмәт коллективы тарафынан тәҡдим ителә. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының авторҙар коллективы. "Тәмле. Беҙ бергә" милләт-ара проекты өсөн тәҡдим ителә. Комиссия йәмәғәт ойошмаларына, хеҙмәт коллективтарына һәм айырым кешеләргә 2023 йыл өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияларға тәҡдим ителгән эштәрҙе тикшереүҙә ҡатнашыуҙы һорай. Баһаламаларҙы конкурс комиссияһына 2023 йылдың 25 сентябренә ҡәҙәр ошо адрес буйынса: 450076, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йылығы урамы, 13, оф. 111, Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы (Матбуғат йортоноң 1-се ҡатында) ебәрергә кәрәк. Бәйләнеш өсөн телефон, факс: 276-42-66, E-mail: journalist-rb@yandex.ru Сығанаҡ: pressarb.bashkortostan.ru/presscenter/news/569069/ Фото: "Башинформ".