Федоровка районында “Демография” милли проектының “Спорт - йәшәү нормаһы” төбәк проекты сиктәрендә “Милләттәр кросы – 2023” Бөтә Рәсәй йүгереү көнө үтте. Был халыҡ-ара спорт ярышының Рәсәйҙә лә, бөтә донъяла ла оҙайлы тарихы бар. Рәсәйҙә "Милләттәр кросы" 1918 йылда уҡ барлыҡҡа килгән тип һанала. Кросс – ул спорт сараһы ғына түгел. Был үҙен спортсы-һәүәҫкәр булараҡ күрһәтеү мөмкинлеге лә. Акцияның төп маҡсаты – сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм халыҡты физик культура менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү. Районда ярыштар Федоровка ауылының Һабантуй тауында үтте. 400-ҙән ашыу кеше үҙ дистанцияһын йүгереп үтте. Улар – район үҙәге мәктәптәре уҡыусылары, ойошма, учреждение хеҙмәткәрҙәре һәм ауыл биләмәләре вәкилдәре. Күптәр үҙ араһын башҡаларға ҡарағанда тиҙерәк үтергә ынтылды. Һәр кем дә эмоциональ һәм спорт яғынан күтәренке кәйеф алды. Спорт сараһы аҙағында еңеүселәргә һәм призерҙарға миҙалдар һәм грамоталар тапшырылды. “Көрәшкә ҡушылғандарҙың бөтәһенә лә рәхмәт! Һеҙ – спортҡа һәм үҙегеҙҙең организмға нисек ҡарарға кәрәклегенә лайыҡлы миҫал!”, - тине Федоровка районы хакимиәте башлығы Венер Насретдинов. Билдәле булыуынса, “Демография" (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Федоровка районы хакимиәте.