Найти тему
Башҡортостан гәзите

Фәниҙә һәм Рамаҙан Мөхәмәтғәлиндәр балаларға рәхмәтле

“Бар ерҙә көҙгө уңышты йыйыу осоро бара. Беҙҙең 10-сы һәм 11-се класс уҡыусылары Рамаҙан һәм Фәниҙә Мөхәмәтғәлиндәр ғаиләһенә картуф алышырға ярҙам итеште. Күктәребеҙ тыныс, аяҙ, "Физрук" ағайыбыҙҙың имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп ҡалабыҙ!” – тип яҙҙылар Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбенең социаль селтәрҙәге төркөмөндә. Был мәктәп районда иң алдынғыларҙан һанала, ҡыпсаҡтар (ауылдың халыҡ телендәге исеме – Ҡыпсаҡ) уҡыуҙа ла, спортта ла, йәмәғәт тормошонда ла шәптәр. Ә һеҙҙең яҡтарҙағы мәктәптәрҙә Тимур командалары бармы? Балалар ололарға ярҙам итергә йөрөймө? Сығанаҡ һәм фото: vk.com/abdulmambet_school