Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан - сағыу саралар биләмәһе

Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһе башында аҙнаның сағыу сараларына йомғаҡ яһалды. Уларҙың береһе Мәскәүҙәге Ҙур театр сәхнәһендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының “Садко” операһы премьераһы ине. – Бик сағыу мәҙәни ваҡиға булды. Быны республикабыҙҙың мәҙәни ҡеүәтен күрһәтеү тип атарға ла була. Беҙҙең труппаға һәм Асҡар Абдразаҡовҡа рәхмәт. Уның килеүе менән театрҙа ҙур эш башланды. Мәҙәниәт министрлығына рәхмәт, бик күп иҫ киткес баһаламалар алдыҡ. Иң мөһиме – был изге йоланы дауам итеү. Опера театрына яңы премьералар әҙерләргә кәрәк, республика финанс яҡтан ярҙам итергә әҙер, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Был аҙнаның икенсе ҙур сараһы – “Әйҙә уйнарға” фестивале. Сара бик юғары кимәлдә үтте. Радий Хәбиров уны артабан йыл һайын үткәрергә тәҡдим итте. Хөкүмәткә быйыл 1 октябргә тиклем киләһе йылда уҙасаҡ фестивалдең датаһын билдәләргә ҡушылды. Был ваҡыт эсендә сағыу буклеттар әҙерләп, балалар тауарҙарын етештереүселәргә ебәрергә ҡушылды. – Ул саҡта ҡатнашыусылар һанын арттыра аласаҡбыҙ. Иң мөһиме – балалар бәхетле булһын. Был уйҙы башлаған саҡта шик бар ине, тик байрам бик яҡшы ойошторолдо. Дүрт көн эсендә фестивалдә 250 мең кеше булды. Сара сиктәрендә ҙур эшлекле программа ла үтте, тармаҡ проблемалары тикшерелде, – тине ул. Башҡортостанда “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы тамамланды. Был хаҡта республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте. Үткән аҙнала табиптар 150 меңенсе пациентты ҡабул иткән. 2023 йылдың 17 апреленән 15 сентябренә тиклем дауам иткән акция осоронда бөтәһе 150 190 кеше ҡаралған, 40 796 тикшереү үткәрелгән һәм 22 012 ауырыу асыҡланған. – Быйыл “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһын бишенсе тапҡыр уҙғарҙыҡ. Алты маршрут ине, республиканың йыраҡ ауылдарында йәшәүселәр өсөн күсмә Сәләмәтлек үҙәктәре һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары, флюорографтар һәм маммографтар, Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының диагностика комплексы, Республика кардиология диспансеры, күсмә стоматология кабинеты эшен ойошторҙоҡ, – тине Радий Хәбиров. Медицинаға ҡағылышлы тағы бер тема – республикала киҙеүгә ҡаршы вакцинация дауам итеүе. Әлеге ваҡытта прививканы 672 мең кеше яһатҡан. Республика етәксеһе һаулыҡ һаҡлау министрына һәм “Роспотребнадзор” идаралығы етәксеһе Анна Казакка киҫкен респираторлы сирҙәргә ҡарата контролде нығытырға ҡушты. Коронавирусҡа килгәндә, уҙған тәүлектә сир 47 кешелә асыҡланған. Респираторлы сирҙәр менән башлыса балалар һәм өлкән йәштәге кешеләр ауырый. Әгәр уҡыусылар араһында сирләү осраҡтары артһа, мәктәптәрҙә кластар карантинға китергә һәм дистанцияла уҡырға тейеш буласаҡ. Ә өлкән йәштәгеләргә һаҡланырға, ваҡытында вакцина яһатырға кәңәш ителә. Кәңәшмәлә Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриот паркы эшмәкәрлегенә арналған ҙур һөйләшеү булды. Башта Радий Хәбиров парктың генераль директоры Александр Старшининды “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләне. – Был проект буйынса эш башлаған саҡта иҡтисадтың төрлө тармаҡтары менән бергә эшләргә тура килер тип көтмәгәйнем. Был мәғариф та, төҙөлөш тә, спорт та, мәҙәни саралар ҙа, ауыл хужалығы ла. Хәрби тематика буйынса ла күп аралашырға тура килде. Мин былар менән шөғөлләнеүемә шатмын, – тип парктың генераль директоры төбәк етәксеһенә ышаныс күрһәткәне һәм эшен юғары баһалағаны өсөн рәхмәт әйтте. Бынан тыш, “Туҡланыу үҙәге” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Ынйы Әхмәҙуллина Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Предприятие “Патриот” паркы биләмәһендә туҡланыуҙы ойоштороу менән шөғөлләнә. Бөгөнгә был хәрби-патриот паркының ашханаһында һигеҙ меңгә яҡын бала хеҙмәтләндерелгән дә инде. Хәрби-патриот паркы асылғаны бирле бында үткәрелгән ҙур сараларға 26 мең самаһы кеше кигән. “Патриот” паркында хәрби техника өсөн музей-күргәҙмә биләмәһе төҙөкләндерелгән. Казарма бинаһына капиталь ремонт үткәргәндән һуң, паркта “Авангард” хәрби-патриот тәрбиә биреү уҡытыу-методик үҙәге эшләй башлаған. Унда 200 кешегә иҫәпләнгән кубриктар, 10 уҡыу класы, интерактив тир, конференция залы, ашхана һәм фельдшер пункты урынлашҡан. Фельдшер тәүлек әйләнәһенә дежурҙа тора, балалар көнөнә биш тапҡыр туҡлана. Уны төҙөкләндереү һәм үҫтереү буйынса эштәр дауам итә. Кәңәшмәлә көҙгө уңышты йыйыу барышы тураһында ла һөйләштеләр. Бөгөнгә майҙандарҙың 85 проценты йыйып алынған, был – бөтәһе 2,8 миллион тонна самаһы уңыш. Уңдырышлылыҡ гектарынан 19,5 центнер тәшкил итә. 10 район ураҡты тамамлап килә. Кәңәшмәлә Беларустан зубрҙар килтереү, ҡала һәм ауылдарға ингән урындарҙа стелаларҙы төҙөкләндереү кеүек темалар ҙа ҡаралды. Фото: "Башинформ".