17 сентябрҙә Бөтә донъя пациенттар хәүефһеҙлеге көнө билдәләнә. Быйыл уның төп темаһы – хәүефһеҙ медицина ярҙамы менән тәьмин итеү өсөн пациенттарҙы йәлеп итеү. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин медицина берләшмәһенең ни өсөн был көнгә иғтибар арттырыуын түбәндәгесә билдәләне: – Медицинала төп постулаттарының береһе – “Иң мөһиме – зыян килтермә!” Шуға күрә пациенттарҙың хәүефһеҙлеге – беҙҙең төп бурысыбыҙ. Пациент табипҡа күренгәндән алып һауыҡҡанға тиклем һаҡсыл, иғтибарлы ҡараш, йылы мөнәсәбәт кисергәндә генә быға өлгәшеп буласаҡ. Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, медицина ярҙамы күрһәтеү барышында пациенттар менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәре тиҙерәк һауығыуҙы, сифатлы һөҙөмтәне, хәүефһеҙлекте тәьмин итә. Беҙҙең бурыс – пациенттың үҙен дауалаған табип менән мөнәсәбәтен яҡшыртыу, бәйләнешен нығытыу кәрәклеген аңлатыу. Медицина – ҙур хәүеф хас булған өлкә. Һәр манипуляция, әмәлиәт ниндәй ҙә булһа хәүеф менән янай. Шуға күрә пациенттың табипҡа сир билдәләре тураһында дөрөҫ мәғлүм