Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Лилиә Ишемйәрова: “Дүрт килограммдан 70 килограмм картуф алдыҡ”

Башҡортостандың халыҡ артисы Лилиә Ишемйәрова үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһен бик әүҙем алып бара. Был юлы артҡан акртисабыҙ картуф алған мәлен фотоға төшөргән. Тормош иптәшем Урал Мортазин менән быйыл яҙ магазиндан дүрт килограмм бәрәңге һатып алдыҡ та, шуны икегә бүлеп, баҡсабыҙҙағы картуфлыҡҡа сәстек. Сәскәндән һуң: “УҮҫә алһағыҙ, үҫергә тырышығыҙ”, - тип наказ бирҙек. Йәй дауамында уларға әллә ни ҡарау ҙа эләкмәне. Ямғырҙар ҙа булмауын иҫәпкә алғнда, ете биҙрә картуфты һәйбәт уңыш тип әйтергә була! – тип уңышына ҡыуана Лилиә Ишемйәрова. Ә һеҙҙә быйыл картуфтың уңышы нисек? Ҡыуанырамы? Фото Лилиә Ишемйәрованың сәхифәһенән алынды.