Тирә-яҡты һөйөү, йылылыҡ һәм йәм менән солғап, башҡаларға ла уларҙы мул өләшкән Ғәлиә Әхмәтшина яҡташтары араһында ҙур хөрмәт менән ҡаҙана. Стәрлебаш ҡыҙы алты ағаһы һәм апаһы менән бергә татыу ғаиләлә үҫеп буй еткерә. Атаһы, фронтовик, мейес сығарыу оҫтаһы Басир ағай, эргәһендә өйөрөлөргә яратҡан шуҡ, тиктормаҫ ҡыҙын айырыуса иркәләргә ярата. Йәшлек йылдарын да Ғәлиә Әхмәтшина һағынып иҫкә ала. Бейеү сәнғәтенә һөйөү уның шәхес булараҡ үҫешенә ыңғай йоғонто яһай. Ишембайҙағы Зәки Вәлиди исемендәге гимназияла уҡыу осоро ғүмер буйына оҙатып барырлыҡ ысын, тоғро дуҫтар табырға ярҙам итә. Ҡатмарлы тормош юлының ҙур өлөшөн ул һаулыҡ һаҡлау тармағына арнай. Медицина училищеһына уҡырға инергә өлкән хеҙмәттәштәре кәңәш итә, ире лә уның уйын хуплай. Намыҫлы хеҙмәте өсөн Ғәлиә Басир ҡыҙы “Һаулыҡ һаҡлау отличнигы” билдәһе һәм башҡа күп наградалар менән бүләкләнгән. Үҙешмәкәр сәнғәттән дә ситтә ҡалмай, бейеү менән шөғөлләнә. Бөгөн дә ул яҡташтарына профессиональ ярҙам күрһәтә, күңел йылыһы менән ихлас уртаҡлаша, “Аструм-мед” медицина үҙәгенә килгән һәр кемде йылмайып ҡаршы ала, тип яҙа “Стәрлебаш шишмәләре”. Бергә бәхетле тормош кисергән, әммә ваҡытһыҙ вафат булған ире Хәбир Кәбир улын юҡһынып иҫкә төшөрөүе, оло мөхәббәтен күңелендә оҙаҡ йылдар һаҡлап йөрөтөүе ғәжәп түгел. Һәр эштә ышаныслы терәк, фекерҙәш, йыр-моңға әүәҫ тормош юлдашы менән әсеһен дә, сөсөһөн дә кисерергә тура килә. Ғәлиә Басир ҡыҙының әсәһенән күскән бик матур шөғөлө бар – ул сәскә үҫтерергә ярата. Матурлыҡҡа ғашиҡ ханымдың ихатаһы йыл да йәйен гөл-сәскәгә күмелә. Энергия, дәрт һәм йәшлек һулышы аңҡыған баҡса хужабикәнең генә түгел, таныштарының һәм яҡташтарының да кәйефен күтәрә. Һәр сәскәнең атамаһын, “холҡон”, үҫеш нескәлектәрен белгән Ғәлиә ханым үҙ ҡулдары менән барлыҡҡа килтергән йәмдән әйтеп бөтөргөһөҙ шатлыҡ кисереп йәшәй. Рәйлә Тайғунова фотоһы.