Йәп-йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, Башҡортостан егете яңыраҡ ҡына Батумиҙа булып үткән Донъя кубогының йомғаҡлау этабында еңеүгә өлгәште. Урал мөмкин булған 60 мәрәйҙең 58-ен йыйып, башҡа илдәрҙән килгән 76 спортсыны уҙып китте. Батумиҙа яҡташыбыҙ шахмат композициялары буйынса 46-сы шәхси һәм команда донъя чемпионатында ла ҡатнашты, уның һөҙөмтәләре уға норманы үтәргә мөмкинлек бирҙе, һөҙөмтәлә Урал Хәсәнов хәҙер – шахмат композицияһы буйынса донъялағы иң йәш гроссмейстер! Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, был исем, донъя чемпионынан тыш, шахматсы үҙ карьераһында ирешә торған иң юғары титул. Ул Халыҡ-ара шахмат федерацияһы тарафынан бирелә. Бына ниндәй иҫ киткес һөҙөмтәгә ирешкән йәш кенә башҡорт егете! Ғорурланырға, ә йәш спортсыларыбыҙға унан үрнәк алырға ҡала. Уралдың исемен әле бер тапҡыр ғына ишетмәҫбеҙ әле, алда уны яңы уңыштары көтөп торһон! Фото: bashkortostan102.ru/sport/