Был көн Ауырғазы районы халҡы өсөн тарихҡа инеп ҡалыр, тип яҙалар район хакимиәтенән. 79 йыл үткәндән һуң, Төрөмбәт ауылы егете, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Ғиндәлиф Заһитовтың батырлыҡ өсөн наградаһына – Ҡыҙыл Йондоҙ орденына танытма уның берҙән-бер ҡыҙы, педагогия хеҙмәте ветераны Миңлегөл Ғиндәлиф ҡыҙына тапшырылған. Был иҫтәлекле сараны район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов атҡарған. Быға ҡәҙәр яугирҙең яҡындары уның хәрби хеҙмәтенә ҡағылышлы бер ниндәй ҙә мәғлүмәтте белмәгән. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыуы, вафаты тураһында белешмәләр, башҡа документтар ҙа ғаиләлә һаҡланмаған. Һәм бына 2018 йылда яугирҙең ейәнсәре – Нурия Урал ҡыҙы ҡиммәтле мәғлүмәттәр табыуға өлгәшә. Эҙләнеү барышында ул Рәсәй Оборона министрлығы Үҙәк архивының интернеттағы асыҡ электрон архив документтарында ҡаһарман олатаһының хәрби хеҙмәте барышына, үлеменә, ерләнгән урынына ҡағылған яҙыуҙарға һәм күрһәткән батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ орденына тәҡдим ителеүе тураһындағы награда ҡағыҙына юлыға. Рәсәй О