Найти тему
Башҡортостан гәзите

Төрөмбәттә - яңы ФАП

Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Иҫке бинаны һүтеп, уның урынына өр-яңынан төҙөп ҡуйғандар. Был - райондағы алтынсы заманса ФАП. Модуль бина "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының (национальный проект "Здравоохранение") "Беренсел медицина ярҙамын модернизациялау" республика программаһы ярҙамында төҙөлгән. 8 сентябрҙә ауылда ФАП-ты асыу тантанаһы үткән. Сарала булған абруйлы ҡунаҡтар эштәр барышында әүҙем ҡатнашыусыларға рәхмәт хаттары тапшырған. Ауылдың өлкән быуын кешеләре йылы теләктәрен еткергән. Сара барышында фельдшер-акушерлыҡ пунктына медицина эшмәкәрлеге алып барыуға лицензия тапшырылған. Шул уҡ көндө һаулыҡ һаҡлау бинаһы тәүге пациенттарҙы ҡабул иткән. Элекке медпункт бинаһы ныҡ иҫке булыу сәбәпле һүтеп алынған. Яңы бинаның үҙ йылытыу һәм һыу менән тәьмин итеү системаһы, шулай уҡ бөтә кәрәкле эш ҡоралдары бар. Унда эшләү ҙә, тәүге ярҙам алыу ҙа уңайлы буласаҡ. Төрөмбәттәр өсөн был, һис шикһеҙ, иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе. Район үҙәгендәгенән, ҡалаларҙағынан ҡайтыш булмаған, заманса ҡорамалы булған медпункт асылыуы - һәр ауыл халҡы өсөн дә иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Төрөмбәттәге ише ФАП-тар республикабыҙҙа асылып тора, был мөмкинлек иһә дәүләт президенты В.В. Путиндың май указына ярашлы иғлан ителгән милли проекттарҙы, атап әйткәндә, "Һаулыҡ һаҡлау"ҙы тормошҡа ашырыу арҡаһында тыуа ла инде. Сығанаҡ: vk.com/aur_vesti