Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өс балаһы ҡалды...

“Әмир ауылында махсус хәрби операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәр Алик Хубаев менән хушлаштыҡ. Мобилизацияға тиклем Алик Рәшит улы тыуған ауылында йәшәй һәм эшләй. Яҡшы балта оҫтаһы була, ауылдаштарына ярҙам итә, балалар тәрбиәләй. Өлөшләтә мобилизация тураһындағы хәбәрҙе ныҡлы ҡарарға килеп ҡаршы ала. Уның әрме хеҙмәте тәжрибәһе һәм ҡулына ҡорал алып Ватан мәнфәғәттәрен яҡлауҙың нимә аңлатҡанын аныҡ аңлай. Бер йыл тиерлек ул МХО зонаһында хәрби бурыстарҙы намыҫ менән үтәй. Үҙ илен, йортон һәм ғаиләһен яҡлап һәләк була. Уның әсәһе, ҡатыны һәм өс балаһы ҡалды. Улар ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ, беҙ уларға ярҙам итәсәкбеҙ. Ватаныбыҙҙы һаҡлаусылар ярҙамында беҙ ғәҙәти тормош алып бара алабыҙ, эшләйбеҙ, уҡыйбыҙ, балалар үҫтерәбеҙ. Еңеү беҙҙең яҡта булыр тип ышанабыҙ”, – тип яҙҙы Бүздәк районы хакимиәте башлығы Илнур Иғдиев. Яугирҙең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Сығанаҡ: https://vk.com/id490650927