Сертификаттың номиналы ике мең һум тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан. Программала ҡатнашыусы үҙе ниндәй клубта, спорт залында йәки белем биреү ойошмаһында аҡса тотонорға ҡарар итә. Был бейеү, йога, йөҙөү, белем алыу курсы йәки башҡа нәмәләр булыуы мөмкин. Берҙән-бер шарт - ойошма дәүләт сығымдарын ҡаплаусы башҡарыусылар исемлегенә инергә тейеш. Ойошмалар реестры һәм тәҡдим ителгән программалар менән ведомствоның сайтында танышырға мөмкин. Сертификат алыу өсөн ғариза менән республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалына йәки күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Быйыл программаны тормошҡа ашырыуға төбәк бюджетынан 2,5 миллион һум бүленгән. Сертификаттарҙы 1266 пенсионер алды. - Сертификатты мин «Сәләмәт йәшәү»үҙәгендә хәтерҙе нығытыу буйынса һигеҙ гимнастика дәресенә тотондом. Бындай ярҙам беҙгә, пенсионерҙарға, бик кәрәк, тип иҫәпләйем, - тип билдәләне программала ҡатнашыусы Любовь Русских. - Миңә 79 йәш. Күптән спорт