Илдус менән һөйләшеп тороп егеттәрҙең йыйылып киткәнен дә һиҙмәгәнмен. Ҡосаҡлашып күрешәбеҙ. Рота командиры “Боцман” уларға атай кеүек, һәр береһен арҡаһынан һөйөп ала, йылы һүҙ ҙә өндәшә, ҡыҙыҡ хәбәр ҙә һалып ебәргән була. Былары ла, нисә йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, уға һыйынып, асылып баралар. Барыбыҙ ҙа үҙ телебеҙҙә һөйләшәбеҙ, үҙе бер кинәнес. Улар бында иҫ киткес дуҫ, шуға улар араһында йөрөүе, аралашыуы үҙе бер байрам. – Бергә ашайбыҙ, бергә һуғышабыҙ, бергә йәшәйбеҙ, – тиҙәр. – Хатта бергә йоҡлайбыҙ, – тип ҡысҡырышып көлөшәләр. – Дөрөҫөн әйткәндә, ҡатын менән бергә улай уҡ күп йоҡламағанмындыр әле, – тип ебәрә береһе, йәшерәге. Тағы ла хахылдашалар. – Донъялағы иң татыу, иң дуҫ рота беҙҙә, – тип маһая “Байруш”. Үҙ-ара бындай дуҫлыҡтың бер насар яғы бар: берәйһен юғалтһаң, ауырлығына түҙерлек түгел икән. – Көн буйы нишләйһегеҙ, егеттәр? – тип һорайым. – Ҡаҙыйһың да ҡаҙыйһың, ҡулдан көрәк төшмәй. Полигонға атырға барып киләбеҙ. Бергә булғас, күңелһеҙ түгел, ваҡыт үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала, – ти “Байғужа” позывнойлы өлкән йәштәрҙәге яугир. Тағы ла шартлау тауышы ишетелә, мин һағая төшәм. Егеттәр иғтибар ҙа бирмәгән кеүек ине. – Теге яҡта тимер юл, база-фәләндәре барҙыр, шул яҡҡа бәрәләр беҙҙекеләр, – тип ҡуйҙы “Байғужа”. “Али” менән, исеме Алик, шунан позывнойы, блиндаж ҡарарға тип ер баҫҡыстан аҫҡа төшәбеҙ. Бейеклеге, дөрөҫөрәге? тәрәнлеге 1,8-1,9 метр тирәһе барҙыр. Бүлмә ҙур түгел, һәндерәләр ҡуяһы бар. Тупрағын сығарып, башын ҡаплауға дүрт көн киткән. Ер бик ҡаты, киркә менән аҡтарырға, соҡорға тура килгән. Ә окоптары оҙон. Уға күберәк ваҡыт китә. Ағас тамырҙары тура килһә, бигерәк ауыр. Шуға һалдаттар тыныс ваҡытта ла тик тормай. Автомат урынына йә көрәк, йә балта төшә ҡулға. “Минометкалар ата башлаһа, башты ҡалҡытып булмай. Ҡайҙа боҫорға белмәгәндә окоп төбөндә ятҡаның һәйбәт, ул һаҡлай”, – тип көлөмһөрәй минең кеүек кәүҙәгә әллә ни бейек булмаған яҡты сырайлы “Али”. Алик – ике бала атаһы. Яңыраҡ отпускыла булған. “Ҡайтҡас, башҡаса был яҡтарға аяҡ та баҫмайым, тип торманыңмы?” – тип һорайым. – Юҡ, ҡайтҡас та ҡатынға әйттем, ял иткәс тә китәм, тинем. Дуҫтарҙың нисек үҙҙәрен ҡалдырайым инде. Мин килмәһәм, артабан кемдер ялға китә алмаясаҡ. Юҡ, ул турала уйламаным да, – ти һөйләй ул. – Бөгөн БМП-лар әҙер генә тора, бойороҡ булыу менән алға ынтыласаҡбыҙ. Прорыв булыу менән беҙҙе шунда ебәрәләр. БМП-лар алып бара ла, улар үҙҙәренең позицияһына китә, беҙ – үҙебеҙҙекенә. Һәр кем үҙенең ҡоралына яуаплы, минең автоматым да, пулеметым да бар. Хәрби билетҡа ла теркәлгән. Үлгәндәр булды. Салауат районынан, үҙебеҙҙең яҡташ Артур, отделение командиры “Бугор” шәп егет ине, әрәм булдылар. Берәү үлһә лә? күңелде бушлыҡ баҫа, сөнки бер-беребеҙгә ныҡ өйрәнгәнбеҙ... Халыҡ ҡыҙыҡ инде бында. “Свадьба в Малиновке” фильмындағы кеүек, власть үҙгәрә, тип “погон”дарын тиҙ үк алvfштырырға ла мөмкин... “Али” менән һөйләшеп, блиндажда оҙаҡ тороп ташлағанбыҙ, ахыры. – Һеҙ унда нишләйһегеҙ ул? – Вәдүттең тауышын ишетеп өҫкә сығабыҙ. Әбйәлил егеттәре килгән икән. Дозорҙа, йәғни күҙәтеү нөктәһендә торғандар. Командир тиҙ арала беҙҙең менән аралашырға рөхсәт биргән икән. Башҡалар алыштырғас, йүгереп килеп тә еткәндәр. Ҡосаҡлашабыҙ. “Боцман”, яугиргә төртөп күрһәтеп, “Оскар”, хәрби шарттарҙа һарыҡты нисә минутта тунайһың әле, тип һорай, үҙе кинәнеп көлә. Тегенеһе? миңә ҡарап: – Мин, ағай, һарыҡты 7 минут та 26 секундта һуйып, тунап, ҡаҙанға һалам, – ти, үҙе шундай шат. Һомғол кәүҙәле ҡап-ҡара ҡашлы сибәр йөҙлө егет. Бала-саға инде. Ауыҙ-мороно ҡапланған саҡта, ҡыҙмы икән әллә был, тип торҙом. Йылмайыуы яҙғы ҡояш кеүек. Ә ул ана ниндәй! Әлеге хәбәренә бөтөнләй йығылып китә яҙам, үҙемә рәхәт. Барыһы ла тәбиғи, барыһы ла ап-асыҡ. Үтә күренмәле ябайлыҡ, таҙалыҡ. Һеҙ нимә, һуғышта йөрөйһөгөҙмө, әллә һуғым байрамындамы!? Уларҙың ошо ихласлығына эйәреп, күркәләнеп үҙемдең дә һуғышҡа сығып киткем килә хатта. Симонов яҙғанса, улар шат күңелле, аяуһыҙ алыш барған көндәрҙә һуғышты оноттора алған бер генә минут булыуына ла ҡыуана ине. Шул ҡыуаныс уртаһында беҙ ҙә бар, беҙ ҙә бәхетле. “Оскар” апрелдә генә килгән. Уға һис кенә лә егерме биш йәш бирмәҫһең. Ҡаҙағстанда, Новокузнецк, Новотроицк ҡалаларында ташсы оҫта булып, утҡа бирешмәҫ (Огнеупорный) мейестәр һалып, командировкаларҙа йөрөгән. Әрме хеҙмәтендә лә булырға өлгөргән. “Шатай” – Илмир шулай уҡ Әбйәлилдән. Торғаны менән атаҡлы герой Таһир Кусимовтың үҙе инде, кәүҙә тотошо, ыласын ҡарашы, ташып торған дәрт-дарманы менән дә. Был ротала ул йылдан ашыу. Уны барыһы ла хөрмәт итә, ныҡлы ышана. “Оскар” менән “Шатай” – яҡташтар ғына түгел, яҡын дуҫтар ҙа. Улар менән мин кинәнеп аралаштым. Һәм аҫыл егеттәр һөйләгән хәбәрҙәрҙең бер генә һүҙен дә үҙгәртмәй бирәм. Бына ҡайҙа ул дуҫлыҡ, бына ҡайҙа ул башҡорттарға ғына хас ихласлыҡ һәм эскерһеҙлек. Уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәтен күргәс, был сәфәрем юҡҡа ғына түгел, ошо саф йөрәктәрҙе күрер өсөн генә булһа ла килергә кәрәк булған бит, тип ҡуям. “Оскар”: “Бер мәл уйлап ултырҙым да, егеттәргә ярҙам кәрәк, тип сығып киттем. Күрше ауылда йәшәгән Илмир дуҫым бында, уны юҡһынып йөрөнөм дә. Һәләк булһа, нисек кисерермен, тип уйлайым, янында булғы килде”.