Башҡа кешенең енәйәте өсөн 1959 йылдан 13 йыл төрмәлә ултырған Фәтхулла Исхаҡов, ярты быуат ғәҙеллек даулағандан һуң, быйыл үҙенең ғәйепһеҙ икәнен иҫбатлаған суд ҡарарын алыуға өлгәште. Яҡташыбыҙ 90 йәшкә етеп барғанда, ғәҙеллек тантана итте. Шунан ул әхлаҡи зыянды ҡаплатыу маҡсатында судҡа мөрәжәғәт иткәйне. Өфөнөң Ленин районы суды 13 сентябрҙә уның дәғүәһе буйынса ҡарар ҡабул итте. Фәтхулла бабай 450 миллион һум сумма талап итһә лә, суд 31 миллион ғына һум түләтергә хәл итте. Зыян күргән яҡ хәбәр итеүенсә, был ҡарарға апелляция биреләсәк. «13 йыл эсендә Фәтхулла Исхаҡов тормош иптәшен, ата-әсәһен юғалтҡан, бала етем ҡалған. 10 йылдан ашыу атай-әсәйһеҙ йәшәгән. Тағы ла 50 йылға яҡын ваҡыт ғәҙеллек эҙләүгә киткән. Шуға күрә был сумма бик аҙ», - тип аңлатҡан юрист. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Фәтхулла Исхаҡов барыһын да иҫәпләп сығарған: 450 миллион һумға ул Сочиҙа диңгеҙ буйында йорт һатып алырға ниәтләй, аҡсаның бер өлөшө бинаны хеҙмәтләндереүгә - һаҡсыларға, эшселәргә китәсәк. Фото: kp.ru
Фәтхулла бабайға 31 миллион һум түләргә тейештәр
17 сентября 202317 сен 2023
~1 мин