Найти тему
Башҡортостан гәзите

Экологтар өмә ойошторған

"Экосистема" хәрәкәте әүҙемселәре һәм ирекмәндәр Өфөлә өмә үткәрҙе. «Экосистема» Бөтә Рәсәй экологик йәмәғәт хәрәкәте рәйестәше Александр Рябых билдәләүенсә, 16 сентябрҙә 300-ҙән ашыу кеше, шул иҫәптән хәрәкәттә ҡатнашыусылар, Дудин киҫелешендә йыйылды. Спикер һүҙҙәренсә,статистика күрһәтеүенсә, граждандарҙың 80 проценты экология проблемалары хаҡында уйлана. - Беҙҙең «Экосистема» хәрәкәте быйыл мартта Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса ойошторолдо. Ярты йыл эшләү осоронда беҙ бөтә Рәсәй күләмендә 200-ҙән ашыу акция һәм проект ойошторҙоҡ һәм уларҙы тормошҡа ашырҙыҡ, был илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә 150-нән ашыу кешене экологик практикаға йәлеп итергә мөмкинлек бирҙе, - тип билдәләне Александр Рябых. Фото һәм сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/novosti/2023-09-16/aktivisty-dvizheniya-ekosistema-i-volontery-proveli-subbotnik-v-ufe-3440617