Яу яланы ябай ирҙәрҙән дә фәйләсүф яһай торғандыр. Күптәрҙең тормошҡа ҡарата ҡиммәттәре үҙгәрҙе, шиғыр яҙыусылар ҙа барлыҡҡа килде, тине ул. Ниндәй генә аҡыл эйәһе булһаң да, үлемгә барыбер ҙә еңел ҡарау кәрәкмәйҙер, тип уйлайым мин. ”Томан” яҡты уйҙары, батырлыҡтары менән күптәргә таныш, күптәргә өлгө. Ҡайтҡас, үҙебеҙҙең “Юлдаш” радиоһынан иртән йыр тыңлап килгәндә, “Ожмахы ла, тамуғы ла күңелдәрҙә икән, аңланым”, –Искәндәр Ғәзизов башҡарыуында иҫ киткес моңло, үкенесле бер йыр ине, ҡапыл “Томан”дың көләпәһен күтәреп, ап-аҡ сәсен һыйпап тороуы күҙ алдыма килде лә иланым да ебәрҙем. – Эй хислеһең дә инде, – тигән була ҡатыным. Ул минең ни уйлағанды, ни кисергәнде ҡайҙан белһен инде. Ағарған сәстәре кире ҡараймаҫ, иң мөһиме – күңелдәге ожмах баҡсаһы ҡараймаһын, тамуҡҡа әйләнмәһен. Иҫән генә йөрөһөн батыр. “Томан”дың яҙымышына ҡағылышлы тағы бер хәтирәне беҙгә һуңынан Азат Шамил улы һөйләне. Алғы һыҙыҡта “Томан”ды мина ярсығы алып ташлай. Ул ятып ҡала, үлгән, тип уйлайҙар. Биш сәғәттән ул әйләнеп ҡайта. Баяғы ярсыҡтан уны бронежилеты һаҡлап ҡала. Тимер ҡалай эскә табан йәмшәйеп-иҙелеп китә, ләкин хужаһына артыҡ зыян килтермәй. Килтермәй тиһәң дә, көслө тулҡындан, шоктан аңын юғалта. Бер нисә сәғәттән генә күҙен аса. Ятып бер аҙ хәл ала. Спорт менән шөғөлләнеүе бындай аңлата алмаҫлыҡ һыҙланыуҙы еңергә ярҙам иткәндер. Беренсе уйы: әсирлеккә эләгеп ҡуймаҫҡа. Ҡараңғы төшкәс кенә, көс-хәл менән үҙҙәре яғына ынтыла. Һәм, барыһын аптыратып, ҡайтып йығыла. Һоҡланғыс бит. Сәсе уның, бәлки, шунда ағарғандыр. Иң мөһиме – был тарих хаҡында үҙе беҙгә бер ни өндәшмәне. Ошо юлдарҙы яҙып ултырғанда, эш бүлмәмә ҡарлуғас осоп килеп инде. Коптер аҫтында торған кеүек, шым ғына ултырыуымды дауам иттем. Ҡошсоҡ, бер аҙҙан үҙ юлын табып, осоп сығып китте. Берәй һалдаттың йәне сәләм биреп китеүе булдымы?! – аңламаным. Иҫән булайыҡ әле... ...Дөйөм фотоға төштөк тә штабҡа табан саптыҡ. Ул ҡала ситендәге ташландыҡ бер йортта урынлашҡайны. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың исемле бүләктәрен яуҙа айырым батырлыҡ күрһәткән алты кешегә тапшырыу тантанаһы булды. Бүләк алыусылар араһында Бүздәк егете "Мулла" ла бар. Намаҙ уҡығанын күреп, егеттәр уны мулла тип йөрөткән дә, шунан алынған позывнойы. 2020 йылдан бирле намаҙҙа. Отделение командиры алғы һыҙыҡта егеттәрҙе ике яғы ла мина менән нығытылған һуҡмаҡтан имен-аман алып сыҡҡан өсөн бөгөнгө бүләккә лайыҡ булған. Оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырғанда мин уға үтә лә урынһыҙ, үтә лә осло һорау бирҙем: – Алдында Ҡөрьән ятҡан Хоҙай ҡолоноң ҡулына ҡорал алып, бәндәләргә төҙәп атыуын дин нисек ҡабул итә икән? – Тәүге мәлдә төрлө уйҙар булды. Иң оло иманың – Аллаһы Тәғәлә тип инаныуың, унан һуң халҡым, илем тип уйланыуың, мең яныуың. Шулай бит? АҠШ, Европаның бысраҡ демократияһы, сатанизм, ЛГБТ, йәғни бер енесле никахтар, балаларҙы аҙҙырыу, иблистең саманан сығып шашыуы – кешелек бөгөн үҙ тарихында мәңге күрмәгән бысраҡҡа, гонаһҡа батып ята түгелме? Бөгөн беҙ шуны туҡтатмаһаҡ, Рәсәй иленә лә килеп инәсәк ул. Был һуңғы сара, илебеҙ сигенә килеп етте бит әшәке заттар, шундай хәшәрәтлеккә мылтыҡ тоҫҡарға мәжбүрбеҙ. Башҡаса туҡтатырлыҡ түгел бит. Бөгөн туҡтатмаһаҡ, таҙа, иманлы киләсәкте нисек тәрбиәләй алабыҙ. Улың “шуның улына өйләнәм” тип ҡайтып инһә, ете быуын ата-бабаң ҡәберенән ҡалҡып сығыр ҙаһа, Хоҙайым ҡушмаһын. Улар беҙҙе мәңге кисермәйәсәк... Яуап хәтәр, ә хаҡлыҡ – һәр ваҡыттағыса һәр кемдең үҙенеке. Эй кешелек, аңлы аңһыҙ кешелек, ниндәй хәлдәргә генә төшөрмәйһең бәндәләреңде. Эй, уйланаһы уйҙарыбыҙ күп... Штаб урынлашҡан ихатанан сығып, ситтәрәк торған машинабыҙға киләм. Унда “Генерал” менән “Шәйех”? машина ишектәрен асып? тын ғына гәпләшеп ултыра. Яндарында – емеш ағастары, сейә, черешня... Ҡыҙарып, күңелде ҡытыҡлап бешкәндәр. Үрелеп ашағы килә, ярамай. Үҫкән ағаста ағыу-фәлән юҡ инде, аңлашыла, ә төбөндә шартлатҡыс шайтан йәшенеп ятыуы бар. Унан бигерәк – тәртип, ярамай икән, ярамай. Әҙәм менән Һауаның тыйылған алмаға үрелеүе арҡаһында, ана, бар кешелек нәфсеһенә туя алмайынса, бер-береһенә уттар ташлай... Ҡапыл күк күкрәгән кеүек тауыш ишетелеп китә. Тағы ла шартлаумы? – Йәшенме ул, әллә шартлаумы? – тип һорайым тегеләрҙән. – Минеңсә, был йәшен шикелле, әллә шартлаумы шул? Өсөбөҙ ҙә тын ҡалып тыңлайбыҙ. Күктән килә тауыш. Йәшен. Тәбиғи тауыш, эйе, йәшен! Барыбыҙ ҙа ипләп кенә йылмаябыҙ. “Генерал” хатта рулдән килеп сыҡты. – Ысынлап, йәшен. Ҡайһылай шәп. Как здорово! Күккә бағам. ”Быныһы Аллаһ ебәргән йәшен”. Йәшен йәшнәй, тип һөйөнгән юҡ ине әле бығаса. Йәшнә әйҙә, үҙеңсә шаула, кеше ихтыярынан азат булып күкрә! Базаға кисәге кеүек эңерҙә генә ҡайтып еттек. Асыҡтырғайны, кафе-ашхана булмағас, сәй ҡайнатып, ҡатҡаныраҡ икмәкте һындырғылап, консерваларҙы асырға тура килде. Бынан да шәп һый юҡ, тип ҡалаҡтарҙы ялайбыҙ. Шулай инде, өҫкә ут-таш яуып тормай, тыныс, өҫтәл дә буш түгел, шәкәр һалып сәйҙе болғатып ебәрһәң, көс өҫтәлгәндән өҫтәлә. Ҡараңғы төшкәс, колледж ихатаһына сығып ултырам. Көнө буйы йыйған тәьҫораттарҙан, хисле осрашыуҙарҙан, тетрәндергес тарихтарҙан тиҙ генә йоҡлап китеп тә булмай, күңел таш түгел дә. Тынлыҡ. Рәхәт. Ихаталағы үләнде сапҡандар, тәмле бесән еҫе таралған. Сторож ҡарт тегеләй-былай үтә. Беҙҙең ятҡанды көтәме. – Һеҙҙә һауа таҙа? – тигән булам. Оҙон ҡаҡса ҡарт кеткелдәп көлөп ебәргән булды. Бик алсаҡ булып сыҡты ул.