“Әгәр һин тәрбиәсе икәнһең, балаларға ғына түгел, уларҙың ата-әсәһенә, ошо ерҙә йәшәгән барлыҡ кешеләргә үҙ өлгөңдә үрнәк күрһәтергә тейешһең”, – ти Көйөргәҙе районындағы Яҡшымбәт ауылы тәрбиәсеһе Гөлмирә Бикмаева. Ул Күмертау педагогия училищеһын уңышлы тамамлағас, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем алған. Мәғариф тармағында хәҙер инде 23 йыл хеҙмәт итә. Ҙур тәжрибәгә эйә педагог әйтеүенсә, белем һәм тәрбиә биреү өлкәһендәге һуңғы осорҙағы реформалар тик яҡшыға ғына. Улар тармаҡты камиллаштырыуға, йәш быуынды һәр яҡлап үҫтереүгә, һәләттәрен асыуға йүнәлтелгән. Төрлө ижади конкурстарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге бәләкәстәргә мәктәпкә ныҡлы әҙерлек менән барыуға юл аса. “Беҙ, тәрбиәселәр, ауылдың, райондың йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәп, ошо рәүешле балаларға илһөйәрлек өлгөһө күрһәтәбеҙ. Мәҫәлән, “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашҡанда ла уның сараларына йәш быуынды әүҙем йәлеп иттек. Барыһын да күреп, тыуған төйәгенең бөгөнгө һулышын тойоп үҫһендәр. Ошо хис-тойғо уларҙы аҙаҡ та атайсалына тартып торасаҡ”, – ти Гөлмирә Зиннәт ҡыҙы. "Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә конкурсанттарыбыҙ өсөн тауыш бирергә саҡырабыҙ. Фотолар Г. Бикмаеваның шәхси архивынан һәм "Йәйғор" төркөмөнән алынды.