Малсылыҡ – ауыл хужалығының төп мөһим тармаҡтарының береһе, ит һәм һөт аҙыҡтары менән халыҡты туйындырыусы, алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәт, ныҡышмаллыҡ талап итеүсе өлкә. Борай районының Яңы Бикмәт ауылындағы “Билалов” крәҫтиән-фермер хужалығы һөҙөмтәле эше менән яҡташтарын ҡыуандыра. Хужалыҡ етәксеһе Вил Билалов тынғыһыҙлығы, егәрлелеге, ойоштороу оҫталығы менән ихтирам уята. Ул “Агростартап” программаһында ҡатнашып, ҙур еңеү яуланы, тип яҙа “Алға” гәзите. Ошо аҡсаға ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы алып ҡайтып, көтөүен ҙурайтҡан. Фермерға уңыштар теләргә генә ҡала. –Был - табышлы тармаҡ, әммә анһат эш түгел. Малдарҙың холоҡ-фиғеле лә икенсе. Улар кешенән ҡурҡмай. Аҙыҡты тапап бөтөрмәй, ә бөртөгөнә тиклем ашай. Малдар артыу менән мәшәҡәттәр ҙә арта, –ти хужалыҡ етәксеһе. Вил Рәфит улы тормош иптәше Диана менән фермер хужалығына нигеҙ һалған. 300 гектар майҙанда сәсеүлектәре бар, арыш, арпа үҫтерәләр. 30 баш “бестужев” тоҡомло мал аҫрайҙар. Хужалыҡ етәксеһенә көнө буйы эреле-ваҡлы мәсьәләләрҙе хәл итергә, кәрәк саҡта көрәк-һәнәген дә ҡулға алырға, трактор йөрөтөргә лә тура килә. Бары булдыҡлы, эш һөйөүсән егеттәр генә фермерлыҡ юлын һайлай шул. Вил Билалов - тап шундайҙарҙың береһе. Гөлназ Хужина фотоһы.