Иң файҙалы 10 гөл: АЛОЕУл, мәҫәлән, линолеум бүлеп сығарған зыянлы матдәләрҙе йота. Әйберҙәрҙең электрлашыуын бөтөрә. Төндә кислород бүлә, шуға йоҡо бүлмәһендә тотоу файҙалы. Шулай уҡ ауырып киткәндә, йәрәхәтләнгәндә лә ҡулланырға була. ЯРАНГӨЛҺауаны яңырта, микробтарға һәм артыҡ дымға ҡаршы яҡшы сара. Себендәрҙе лә ҡурҡыта. Ауырығанда тымауға ҡаршы, ҡолаҡ һыҙлағанда, баш ауыртҡанда ҡулланалар. Кухня һәм йоҡо бүлмәһе өсөн яҡшы булһа ла (йоҡоһоҙлоҡтан ярҙам итә), карауатҡа яҡын ҡуймағыҙ, сөнки ҡан баҫымын төшөрә. КАКТУСЭш бүлмәһе өсөн ҡулай, сөнки компьютерҙан таралған нурланышты йота. Ә бына йоҡо һәм балалар бүлмәһендә тотмаҫҡа, сөнки энәләренә сәнселеү ихтималы бар. МИЛӘҮШӘДепрессиянан арындыра, тынысландыра, өйгә йәм өҫтәй. Барлыҡ бүлмәләрҙә лә урынлаштырырға була. ФИКУСУл кислород бүлә, туҙанды йота, ағыуҙарҙы үҙенә һеңдерә. Кешене тынысландыра, шуға йоҡо бүлмәһендә тоторға мөмкин. АЗАЛИЯГөл арыуҙы бөтөрә, нервыны тынысландыра. Күҙҙәрҙе ял иттерә. Илһам бирә. Себен, көйә күбәләген,
