“Әйҙә, уйнарға!” фестивалендә “XX быуат XXI быуатҡа ҡаршы” исеме аҫтында КВИЗ-уйын үтте. Унда 9 команда ҡатнашты һәм балалар ҙа, өлкәндәр ҙә бер тигеҙ хоҡуҡ менән уйнаны. Уйын йәмғеһе ете турҙан һәм улар эсендәге бүлектәрҙән торҙо. Ә иң мөһиме, уйынсыларға 30 секунд ҡына уйларға ваҡыт бирелде, ә ҡабатларға мөмкинлек сыҡҡанда ла, тикшереп, уйлап, яҙып, яуаптар бланкын тапшырыу өсөн йәмғеһе 60 секунд ваҡыт ине. Шулай итеп, тиҙлекте, белемде һәм тапҡырлыҡты талап иткән был уйында өс команда еңеүсе тип билдәләнде. 3 урын – Легендар! 2 урын – Саҡҡа йыйылдыҡ 1 урын – “Экзистенция” китап клубы. Бөгөнгө көндә тарихты ла белгән, алдынғы ҡарашлы ла, иң мөһиме, яуаптарҙы интернеттан эҙләмәй генә уйында еңеп сыҡҡан командаларға һоҡланырға һәм артабанғы уйындарҙа уңыштар теләргә генә ҡала! Автор фотоһы.