Гүзәл һәм Айнур Латиповтар алтын көҙ көнөндә Туймазы районының ЗАГС бүлегендә никахтарын теркәне. Быйыл 18 генә йәшен тултырған Гүзәл һәм һөйгәненән ике йәшкә өлкән Айнур 10 сентябрҙә үткән һайлауҙа әүҙемлек күрһәтте. Улар берҙәм рәүештә ғаилә ҡиммәттәре, ғаиләләрҙе социаль яҡлау өсөн тауыш бирҙе.Йәштәрҙең икеһе лә ишле, татыу ғаиләлә тыуып үҫкән, киләсәктә үҙҙәре лә матур ҡыҙҙар һәм батыр улдар тәрбиәләргә хыяллана. –Йортобоҙҙан күңелле сабыйҙар тауышы, уйын-көлкө китмәһен ине,– ти йәштәр.– Беҙҙең өсөн мәктәптәр, балалар баҡсалары төҙөлөүе, түңәрәктәр, спорт секциялары һәм предприятиеларҙың гөрләп эшләп тороуы мөһим. Һәр кемдең лайыҡлы хеҙмәт хаҡы алыуын теләйбеҙ. Шуға күрә һайлауға ҙур өмөттәр бағлап килдек. Республика киләсәген үҙебеҙ һайлайбыҙ. Оло тормош юлына аяҡ баҫҡан йәштәргә ғаилә бәхете, уңыштар насип итһен! Фото:Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.