Кисә Әбйәлил районының Сиҙәм урта мәктәбендә шағир, драматург, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Рәмил Ҡол-Дәүләттең (Дәүләтҡоловтың) тыуыуына 65 йыл тулыуға арналған "Ерҙән тыуып ергә китәсәкбеҙ... " тип аталған хәтер кисәһе үтте. Кисәне БР Милли әҙәбиәт музейы һәм БР Яҙыусылар союзы менән берлектә ойошторҙо. Сараны шағирә, Рәмил Ҡол - Дәүләт исемендәге премия лауреаты Зөлфирә Ҡарағужина бик матур, йәнле итеп алып барҙы. Шағирҙың төрлө йылдарҙа баҫылып сыҡҡан китаптарынан, фотоларынан торған бай күргәҙмә эшләнелгән. Бай йөкмәткеле күргәҙмә менән музей хеҙмәткәре Регина Камалова таныштырҙы. Сараға Рәмил Ҡол - Дәүләттең бер туған апайы Әнисә Хафизова, Вил ағаһы килгән. "Яҡташ шағирыбыҙҙың һабаҡташтары уның хаҡындағы хәтирәләре менән бүлеште. Хисмәтулла Юлдашев Рәмил Ҡол - Дәүләткә арналған шиғырын тамашасыларға уҡып ишеттерҙе. Әхмәр Үтәбай Рәмил дуҫының ябайлығы, эскерһеҙлеге, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған шәхес булыуы хаҡында һөйләне. Ул шағир дуҫы