«Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» дәүләт программалары, медицина колледждарын һәм юғары уҡыу йорттарын тамамлаусыларға ярҙам итеү буйынса өҫтәмә социаль түләүҙәр бөгөн үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Улар студенттарға өҫтәмә финанс мотивация ла булдыра. Был хаҡта Өфөгә эш сәфәре барышында һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко белдерҙе. «Ауылда табиптар һәм шәфҡәт туташтары менән аралашҡанда улар йыһазландырыуҙа үҙгәрештәрҙе билдәләй. Һуңғы йылдарҙа илдә 4 меңдән ашыу заманса фельдшер-акушерлыҡ пунктын астыҡ. Унда дарыу препараттарын ебәреү мөмкинлеге барлыҡҡа килде, һанлаштырыу бара, телемедицина консультациялары индерелә. Йәштәр өсөн быларҙың барыһы ла бик мөһим. Беҙ фельдшер-акушерлыҡ пункттары өсөн автотранспорт һатып алабыҙ, уның менән фельдшерҙар үҙҙәре идара итә ала. Шулай итеп, ҡалалағы кеүек йәмәғәт транспорты менән файҙаланыу уңайлы булмаған ауылда пациентҡа барып етеү ваҡытын ҡыҫҡартабыҙ. Был бер нисә тораҡ пунктты хеҙмәтләндереү мөмкинлеге булдыра», - тип билдәләне Михаил Мурашко. Ми